Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡырҡ көн аҙашып йөрөгән балалар табылған...

Колумбияла бынан ҡырҡ көн элек еңел моторлы самолет ҡолай. Салонда 6 кеше була, шул иҫәптән 4 бала. Ҡотҡарыусылар самолетты тапҡас, мәрхүм пилоттың кәүҙәһенә генә тап булалар. Шунан балаларҙы эҙләү башлана. Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙың иҫән ҡалыуына шик белдереүселәр ҙә табыла. Тик, бәхеткә күрә, бөгөн улар һәләкәттән һуң 40 көн үткәс имен-аман табылған. Улар ни бары органзимға һыу етешмәү һәм бөжәктәрҙән тешләнеүҙән генә яфаланған. Балаларға 13, 9, 4 йәш, ә бына иң кеселәренең бер йәше хатта нәҡ аҙашып йөрөгәндә тулған. Был үҙе бер мөғжизә һымаҡ тойола һәм хатта роман-киноларҙың нигеҙенә сюжет булып ятырлыҡ ваҡиғалыр. Балаларҙың иҫән ҡалыуы – ата-әсәләр өсөн генә түгел, бөтә ил өсөн көтөлмәгән шатлыҡ була! Фото: mk.ru