Бөгөн Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ейәнсура районына барҙы. Башҡортостан Башлығы һабантуйҙа булды, шулай уҡ социаль объекттарҙы ҡарап сыҡты. Шул иҫәптән 2-се урта мәктәпкә инде. Унда 670 бала белем ала. Мәктәптә етәксе яңы спорт корпусы проекты менән танышты. Корпусты мәктәп биләмәһендә төҙөргә планлаштыралар. Объект Республика адреслы инвестиция программаһы буйынса сафҡа инәсәк, проекттың хаҡы – 76 миллион һум. Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, былтыр октябрь айында был мәктәп уҡыусыһы Милена Ҡунафина ресублика Башлығына “Тура линия” барышында мөрәжәғәт иткәйне. Ул саҡта ҡыҙ Радий Фәрит улынан яңы спорт залы төҙөүҙәрен һораны. Эфир ваҡытында Радий Хәбиров төбәктең мәғариф һәм фән министрына тейешле күрһәтмә лә бирҙе. Мәктәптә Радий Хәбиров шулай уҡ уҡыу кабинеттарын, стоматолигия бүлмәһен ҡараны, “Взлетай!” белем биреү проекты менән танышты, белем усағы коллективы менән осрашты. Мәктәп директоры Елена Алопина белдереүенсә, уҡыусылар тырыш, спорт буйынса ла әүҙем, әммә спорт залы бәләкәй булыу сәбәпле, ҡайһы бер мөмкинлектәрҙән баш тартырға тура килә, физик культура дәрестәре хатта кластарҙа үтә, яңы спорт залы был проблемаларҙы бер юлы хәл итәсәк! – Спорт залын 2024 йылда төҙөп бөтәсәкбеҙ, ул ҙур буласаҡ һәм, шул иҫәптән, бында бөтә район балалары шөғөлләнә аласаҡ, - тип белдерҙе республика етәксеһе.