Өфө ҡалаһының "Торатау" Конгресс-холында "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" Бөтә Рәсәй Асыҡ академияһы тамамланыуға табан бара. "Тэфи" премияһын алыусы, сәйәхәтсе, эшҡыуар һәм спикер Лионель Урманцев "Геройҙың юлы" тигән моноспектакль ҡуйҙы. Мәҙәниәт усағына күмәкләшеп тә, айырым-айырым да, балалары менән дә килделәр гүзәл заттар. Был тамашанан ҡатын-ҡыҙ үҙенә нимә алды? Әлбиттә, моноспектакль әсәйҙәргә, ҡатындарға, йәш ҡыҙҙарға, килендәргә йәмғиәттә үҙенең ролен белеүгә, үҙен тота белергә өйрәтте. Венера Аҫылғужина – уҡытыусы. Венера ханым әйтеүенсә, республикабыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙарға үҙен асыу йәһәтенән юлдар асыҡ, әммә күптәр уны тулыһынса файҙаланмай. Фото: Илдар Аҡъюлов.