Найти тему
Башҡортостан гәзите

Байрам концертын илдең төрлө төбәгенән ҡарап була

12 июнь – Рәсәй көнөндә бөтә республика буйлап байрам саралары үтә, шул иҫәптән мәҙәниәт усаҡтарында концерттар ойошторола. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта был көндө “Бер һауа аҫтында” тигән концерт ойошторола. Сараны Стәрлетамаҡ дәүләт театраль-концерт берләшмәһе үткәрә. Концерт байрам көнөндә 12 сәғәттә башлана (алты йәштән өлкәндәр өсөн). Концертта Артем Болотов исемендәге рус милли уйын ҡоралдары оркестры, Стәрлетамаҡ филармонияһы солистары ҡатнаша. Унда С.Низаметдиновтың “Башҡорт хыялы”, У. Иҙелбаевтың “Һабантуй”, Г. Шендеревтың “Русская рапсодия”, В.Лямкиндың “Вечерошный пляс” исемле һәм башҡа композициялар яңыраясаҡ. Сара бушлай. Иң мөһиме, был концертты илдең теләһә ҡайһы төбәгенән дә ҡарап була, сөнки ул В.Путиндың “Май указадарына” ярашлы, “Мәҙәниәт” (“Культура”) милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” федераль проекты ярҙамында онлайн-коцерт залында ла күрһәтеләсәк. Концертты https://sgtko.ru/virtualnyj-koncertnyj-zal/ һылтанмаһы буйынса инеп ҡарап була. Ғөмүмән, был проект ярҙамында мәҙәниәт усағы бихисап тамашаларын шулай бөтә ил тамашасаһына күрһәтеп бара.