Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙың уңышы ниҙә?

Өфө ҡалаһының "Торатау" Конгресс-холында "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы дауам итә. Мәҫәлән, "Үҙеңдең тормошоңдо төҙөүсе булыу: эшҡыуарлыҡ, визионерлыҡ һәм мәҙәниәт ҡатын-ҡыҙ проекттарында" тигән лекция тыңланы өфөләр. Визионер, креатор, сәнғәтте бизнесҡа әйләгдереүсе Марина Глухованың һүҙҙәренә ҡарағанда, буй етмәҫлек хыял юҡ, был һүҙҙәр айырыуса гүзәл затҡа ҡағыла. Бары тик тырышлыҡ ҡына кәрәк. Шулай уҡ бүтән сығыш яһаусылар ҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡыйыуыраҡ булырға саҡырҙы, бер эштән дә ҡурҡмаҫҡа өндәне. Лекция тыңларға килгән Әлимә Ҡунаҡҡужина билдәләүенсә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың эшҡыуарлыҡҡа күпләп килеүе ыңғай күренеш, ул ошо лекциянан үҙенә фәһемле күп нәмәләр алған. Фото: Илдар Аҡъюлов.