Найти тему
Башҡортостан гәзите

Донъя сатрашсылары Өфөгә йыйылды

Бөгөн республика баш ҡалаһында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре уйынсылары араһында шашка буйынса Халыҡ-ара ярыш бара. Уйындарҙы тантаналы асыу сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй шашка федерацияһы президенты Анатолий Никитин да ҡатнашты. Өфөгә йәмғеһе 15 илдән – Рәсәй, Әзербайжан, Әрмәнстан, Белоруссия, Бразилия, Һиндостан, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Монголия, Пакистан, Тажикстан, Төркиә һәм Үзбәкстандан барлығы 32 спортсы килгән. Ярыштарҙың тәүге партиялары 6 июндә үтте, ә 10-12 июндә иһә ярымфинал һәм финал буласаҡ. Радий Хәбиров һәм Анатолий Никитин Халыҡ-ара турнирға символик старт биреп, үҙҙәре лә уйнап күрһәтте. – Был уйындарҙың нәҡ Башҡортостан ерлегендә үтеүе беҙҙең өсөн мәртәбәле, шул уҡ ваҡытта республикабыҙ илдә шашка буйынса үҫешкән төбәк булып тора, беҙҙә 17 мең кеше шашка менән шөғөлләнә. Улай ғына ла түгел, Тамара Таңһыҡҡужина һымаҡ билдәле, абруйлы һәм үҙ ерен яратҡан оҫтабыҙ бар, – тип билдәләп үтте артабан үҙенең сығышында Радий Фәрит улы. Республика Башлығы шулай уҡ шашка буйынса ике халыҡ-ара гроссмейстерға Салауат Юлаев ордены тапшырҙы. Республикала спортҡа, атап әйткәндә шашка үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн дәүләт наградаларына Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге спортсыһы, ун тапҡыр донъя чемпионы Александр Георгиев һәм ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Таңһыҡҡужинаның тренеры, шулай уҡ ун тапҡыр донъя чемпионы Алексей Чижов лайыҡ булды. Сарала бынан тыш Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре, Рәсәй шашка федерацияһы һәм башҡа ил-ойошмалары араһында сатраш уйынын үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.