Бөгөн республиканың күп кенә райондарында һабантуй байрамдары үтә. Шуларҙың иң күркәме, моғайын, Салауат районында булғандыр, сөнки бында район һабантуйы “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы менән бергә үрелеп барҙы. Иртә менән көн болотлап торһа ла, байрам башланыуға күк асылып китте, ҡояш килеп сыҡты. Матур байрамға республиканың күп райондарынан ҡунаҡтар йыйылды. Ҙур һабантуй яланында бер юлы бер нисә сәхнә, спорт майҙансыҡтары, бәйге урындары эшләне. Төп сәхнә алдында халҡыбыҙҙың бөйөк батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл тулыу уңайынан театрлаштырылған тамаша барҙы. Һәр йылдағыса халыҡ уны рәхәтләнеп һәм яратып ҡараны. Байрамды тантаналы рәүештә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов менән Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов асты. Рөстәм Моратовтың байрамға килеүе осраҡлы түгел ине, ул ошо ерҙә – райондың Малаяҙ ауылында тыуып үҫкән. Ул ихлас күңелдән яҡташтарын байрам менән ҡотланы һәм тыуған ерен көс урыны тип атаны. – Бөтәгеҙҙе лә һабантуй һәм Салауат йыйыны менән ҡотлайым. Һеҙгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерәм. Ҡатмарлы осорҙа йәшәүгә ҡарамаҫтан, Салауат районы хеҙмәтсәндәре тырышып эшләй, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Ғөмүмән, республикабыҙ алдынғылыҡты бирмәй. Инвестиция күрһәткесе буйынса ла Башҡортостан илдә алдынғылар рәтендә. Пандемия һәм санкцияларға ҡарамай, социаль-иҡтисади йүнәлештәр буйынса илдә алдынғы урындарҙабыҙ. Былар һәр кемдең үҙ урынындағы тырыш хеҙмәтенән тора. Салауат районы элек-электән геройҙары, эшсән халҡы менән дан тота. Бөгөн дә райондың аҫыл егеттәре илебеҙ хәрбиҙәре менән бергә ҡорал тотоп беҙҙең сиктәрҙе яҡлай. Беҙ улар арҡаһында бәхетле йәшәйбеҙ, тыныс ҡына балаларыбыҙҙы үҫтерәбеҙ, киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ. Улар көн тимәй, төн тимәй илебеҙҙе һаҡлай. Башлығыбыҙ Радий Фәрит улы әйтеүенсә, беҙ бында барыһын да аңлайбыҙ, уларҙың ғаиләләрен һаҡлайбыҙ, яугирҙәргә һәр яҡлы ярҙам итәбеҙ. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, улар иҫән-һау ҡайтып бында матур тормоштарын дауам итер һәм иҡтисадты тағы ла күтәрешергә ярҙам итер тип ышанабыҙ, – тине ул. Рөстәм Хәмит улы райондлың алдынғы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын, шулай уҡ үҙенең министрлығының ҙур бүләктәрен дә тапшырҙы. Артабан халыҡты байрам менән Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов тәбрикләне. Ул яҡташтарына тырыш хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте. – Бөгөн салауаттар байрам итә һәм был лайыҡлы. Сәсеүҙе уңышлы тамамланыҡ, химик утауҙы башҡарҙыҡ. Малсыларыбыҙ тырыша, яңы техника алалар, ғөмүмән ауыл хужалығы тармағында эшләгән кешеләргә рәхмәтлебеҙ. Райондың социаль-иҡтисади күрһәткестәре лә маҡтанырлыҡ. Беҙ үҙ өҫтөбөҙгә алған бар бурысты үтәйбеҙ: юлдар һалабыҙ, балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөйбөҙ, газ үткәрәбеҙ. Быйыл физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөй башлаясаҡбыҙ. Был эштә яҡташыбыҙ Рөстәм Моратовҡа рәхмәт, – тине хакимиәт башлығы. Ә иң ҙур рәхмәт һүҙҙәрен Марс Кашапов бөгөн ҡулдарына ҡорал тотоп илебеҙҙе һаҡлаған аҫыл ир-егеттәргә еткерҙе. – Әгәр улар бөгөн илебеҙ һағында тормаһа, беҙ бөгөн былай күңелле байрам итә, тырышып эшләй алмаҫ инек. Махсус хәрби операцияға киткән яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙар ҙа бар, беҙ уларҙың ғаиләләренә хәстәрлек күрһәтәбеҙ, хәтерҙәрен мәңгеләштереү эшен алып барабыҙ. Тиҙерәк еңеү менән көтәбеҙ, – тине ул. Хакимиәт башлығы ла райондың алдынғы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне. Һәм һабантуйҙың традицион ярыштары башланды. Һәр ваҡыттағыса кешеләр иң нығы көрәш барған урында күп ине. Таһылдар бағанаға үрмәләне, көслөләр таяҡ тартышты, бәләкәсерәктәр тоҡ менән һуғышты. Балалар өсөн айырым байрам майҙансығы ойошторолдо, төрлө ярыштар үтте. Иң күп кешене йыйғаны иһә ат ярыштары булды. Һәр кем үҙенең ауылы спортсыһы өсөн янып-көйҙө. “Салауат йыйыны” сиктәрендә лә саралар күп үтте. “Беҙ – Салауат тоҡомо” республика бәйгеһе сиктәрендә, егеттәр араһында “Салауат батыры” һәм ҡыҙҙар араһында “Йөҙөк ҡашы – Зөләйха” конкурстары уҙҙы. Бында Салауат, Балаҡатай, Ҡыйғы райондары, Сибай ҡалаһынан аҫыл егет һәм ҡыҙҙар көс һынашты. Кисә улар төрлө спорт ярыштарында үҙҙәрен һанаһа, бөгөн байрам барышында үҙҙәре менән таныштырҙы, йырлап, бейеп, шиғир һөйләп күрһәтте. Оҫталар, рәссамдар һәм ижади коллективтар Салауат Юлаев исеме менән бәйле иң яҡшы сувенир продукцияһына “Оран” республика конкурсында ҡатнашты. Бында ағастан эшләгән сувенирҙар, ҡул эштәре, тегелгән-сигелгән әйберҙәр бар ине. Мәҫәлән, Ҡыйғы районынан килгән Римма Ишбулдина исемле апай үҙ ҡулдары менән бәйләгән ҡурсаҡтар, түшелдеректәр килтергән. – Пандемия ваҡытында ейәнсәрҙәрем ауылға килде һәм оҙаҡ ҡына миндә йәшәне. Ҡыҙҙар ҡурсаҡтарын онотоп ҡалдырған ине, шуға күрә уларға үҙем милли кейемдә ҡурсаҡтар бәйләп бирергә булдым. Эй оҡшаттылар уны ҡыҙҙар, яратып уйнанылар. Шул саҡтан был эш менән ҡыҙығып киттем. Милли биҙәүестәр ҙә эшләй башланым. Иң мөһиме, халыҡҡа ла был ҡыҙыҡ, минән һатып алалар, заказдар ҡалдыралар. Бөгөн бик матур байрам бара. Бында ҡатнаша, үҙемдең эштәремде күрһәтә алыуыма шатмын, – тине ул. Ҙур сәхнәлә концерт ҡыҙҙы. Байрамда бик күп республиканың алдынғы артистары сығыш яһаны. Араларында Резеда Әминева, Алһыу Бәхтиева, Әлфиә Юлсурина, Азамат Ғафаров һәм башҡалар булды. Райондың үҙешмәкәр артистары ла бик матур концерт күрһәтте, теләге булғандар ярыша, үҙ ижади һәләттәрен күрһәтә алды. Сара йәш быуында үҙ халҡына, тарихи үткәндәргә һөйөү, милли ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән ине. Кешеләрҙең балалары, ғаиләләре менән килеүе ҡыуандырҙы. Ә был көндө байрам барған урында алкоголь һатылмағас, күңелде ҡырып йөрөгән иҫеректәр булманы. Кешеләр матур саранан йәм тапты, балаларын уйнатты, таныштарын осратып аралашты, шешлек ҡурып ҡымыҙ менән байрам итте. Бер һүҙ менән әйткәндә, байрам бик матур тәьҫорттар ҡалдырҙы. Автор фотолары.