Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йүкә сәскә ата башланы

Йүкә сәскәһе быйыл иртәрәк сәсәк ата башланы. Йыйып өлгөрөгөҙ, ул халыҡ медицинаһында борондан ҡулланыла. Йүкә сәскәһендә эфир майы, гесперидин һәм тилицианин гликозидлары, сапониндар, каротин, аскорбин кислотаһы, фарнезол һ.б. бар. Файҙаһы, билдәле булыуынса, баһалап бөткөһөҙ: температураны төшөрә, йүтәлде бөтөрөүгә булыша, иммунитетты күтәрә, ҡан баҫымын төшөрә, ҡандағы шәкәр күләмен кәметергә ярҙам итә, невроз ваҡытында тынысландыра, бөйөрҙән таштарҙы сығара. Йүкә сәскәһен халыҡ медицинаһында төнәтмә итеп йәки ҡайнатып ҡулланалар. Был эсемлек нервы системаһын тынысландыра, организмда бәүел һәм үт, тир бүленеүен көсәйтә, температураны төшөрә, ауыртыныуҙы баҫа, тамаҡты йомшарта, микробтарға ҡаршы тороу һәләтенә, антисептик үҙенсәлеккә эйә. Шулай уҡ быуылманы бөтөрә, ҡан баҫымын төшөрә. Уның төнәтмәһен һалҡын тейгәндә, гриптан, киҫкен бронхиттан дауаланыу өсөн ҡулланалар. Тамаҡ шешкәндә, ангина ваҡытында, тоҙ, прополис шыйыҡсалары менән сиратлап, тамаҡты, ауыҙ ҡыуышлығын сайҡатыу файҙалы. Ревматизм, геморроидаль төйөндәр ваҡытында, тән бешкәндә, төрлө шештәр яфалағанда һөҙөлмәгән төнәтмәне йылы килеш эсәләр. Бит тиреһен йомшартыу өсөн төнәтмә менән һыуҙы 1:20 нисбәтендә шыйыҡлатып ҡулланырға кәрәк. Ашҡаҙан, бауыр, бөйөр, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында өс аш ҡалағы йүкә сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, һыулы кәстрүлгә ултыртып, 15 минут утта йылытып, һөҙөп алғас, һыуытып ҡулланалар. Шулай уҡ 3 – 4 аш ҡалағы сеймал өҫтөнә 400 миллилитр һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатып, һарҡындыһын файҙаланырға мөмкин. Фото: womanadvice.ru