Форумдың төп ойоштороусыһы булып илдең Стратегиялар башланғысы агентствоһы тора. Өфөлә үткән тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм ведомоство етәксеһе Светлана Чупшева ҡатнашты. Ә БР Хөкүмәте Премьер-министр Андрей Назаров һәм Агентствоның “Төбәктәр һәм инвестициялар үҫеше” проекттар дивизионы директоры Олег Шевкунов иң ҡыҙыҡлы һәм мөһим тип табылған проект авторҙарын бүләкләп үтте. Тантаналы мәл алдынан Радий Хәбиров һәм Светлана Чупшева республиканың алдынғы уҡыусылары – төрлө түңәрәктәрә ҙем шөғөлләнеүселәр менән дә аралашып өлгөрҙө. Улар “Кибер-быуын” исемле темаға фекер алышты. – Был форум йәштәребеҙгә яңы мөмкинлектәр аса, үҫешә, ошо йәһәттән Стратегиялар башланғысы агентствоһына ҙур рәхмәт! Беҙ яңы технологиялар өлкәһендә үҫешергә теләгән һәләтле йәштәргә һәр саҡ ярҙам итергә әҙербеҙ, беҙҙә бының өсөн көслө база ла, шул иҫәптән техник вуздар бар, мәҫәлән, Өфө фән һәм технологиялар университеты инженерлыҡ мәҡтәбен үҫтерә. Иң мөһиме, йәштәребеҙ үҙебеҙҙә ҡала! – тип белдерҙе был осрашыуҙа Радий Хәбиров. Светлана Чупшева үҙ сиратында Башҡортостандың бөтә яҡлап та әүҙемлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте һәм: – Беҙҙең проекттар инженерлыҡ һәм технологиялар өлкәһен балаларҙа мәктәп йылдарынан уҡ үҫтереү. Ә был тәңгәлдә республика пилотлы проекттарҙы йәки башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҙур таяныс булып тора, – тип билдәләне. Уҡыусылар иһә үҙ сиратында проекттары тураһында һөйләне, ҡунаҡтарға киберспорт, һанлы технологиялар буйынса һорауҙарын яуҙырҙы. Артабан етәкселәр махсус күргәҙмәлә республика брендтарын ҡараны һәм Мәскәү ҡунаҡтары башҡорт балы, аты, ҡымыҙ һәм башҡа милли аш-һыу, “Янған-Тау”, “Торатау” геопарктары тураһында белде. Әйткәндәй, форумдың төп билдәләү сараһы 28-29 июндә Мәскәүҙә үтә. Унда ла яҡташтарыбыҙҙың исеме яңғырар әле!