Владимир Путиндың “Май указадарына” ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” («Производительность труда») милли проекты сиктәрендә илдә кадрҙарҙы үҫтереү, уларҙың һөнәри оҫталығын арттырыу буйынса төрлө программалар эшләп килә, саралар ойошторола. Шул иҫәптән төрлө һөнәрмәндәр араһында иң-иңдәрҙе баһалау буйынса ла конкурстар проекттың бер өлөшө булып тора. Мәҫәлән, күптән түгел Нефтекама машиналар эшләү колледжында “Строймастер” милли конкурсының төбәк этабы уҙҙы. Был юлы конкурста республиканың иң яҡшы иретеп йәбештереүсеһен билдәләнеләр. Конкурс, әйтергә кәрәк, тура һәм күсмә мәғәнәлә лә, ҡыҙыу барҙы. Республиканың төрлө төбәгенән килгән бәйгеселәр тимерҙе иретеп кенә ҡалманы, ә үҙҙәренең оҫталығы һәм тырышлығы менән жюри ағзаһының күңелен дә “иретте”. Теоретик имтихандан тыш та һынауҙар етерлек ине: тимерҙе тура килтереү, теүәл итеп йәбештереү, дөрөҫ йәбештереү... Шулай ҙа, бәйге булғас – еңеүсеһен билдәләү шарт: өлкәндәр йәки инде һөнәрмән булып эшләп йөрөгән иретеп йәбештереүселәр араһ