Найти тему
Башҡортостан гәзите

Илдәге иң ҙур ҡорот - Хәйбуллала!

Бөгөн Хәйбулла районында ла милли байрамдарҙың береһе - һабантуй гөрләй. «Һабантуй-2023» байрамы сиктәрендә, «Ҡорот байрамы» этно-фестивале ойошторолдо. Райондың һәр ауыл биләмәһе конкурсҡа башҡорттарҙың милли продукттарының береһе - ҡорот күргәҙмәһен әҙерләгән. «Хәйбулла йәйләүе»ндә милли һөт продуктын әҙерләү һәм һаҡлау процесы күрһәтелде. «Рәсәйҙә иң ҙур ҡорот» ил рекордын ҡуйыу фестивалдең иң сағыу мәле булды. 442,6 килограмлыҡ ҡоротто Рәсәйҙең Рекордтар китабы эксперты теркәгән. Рекорд яулаған Хәйбулла ҡорото киптерелеп, махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ебәреләсәк. Фото: "Башинформ"