Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөгөн - Баймаҡта һабантуй!

Йылдағыса, баймаҡтар халҡыбыҙҙың милли байрамын күтәренке кәйеф менән ҡаршыланы. Ниһайәт, байрам алдынан ғына ергә оҙаҡ көттөргән ямғыр тамсылары ла төштө. Һабантуйға район халҡының шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов, Илеш районы, Ырымбур өлкәһенән һәм башҡа тарафтарҙан мәртәбәле ҡунаҡтар килде. Ҡунаҡ ҡаршылай белә баймаҡтар: Граф күле янындағы матур аҡланда бер-бер артлы аҡ тирмәләр теҙелгән, һәр береһе янында ҡаҙандар аҫылған, самауыр борҡой. Үрҙәрәк һәр ауылдың ағинәйҙәре, ҡул оҫталары үҙҙәре баҫҡан кейеҙҙәрен, һуҡҡан балаҫтарын йәйеп, суҡлы-саҡлы кейенешеп, сығыш яһарға йыйына. Тирмә янында милли аш-һыу, халыҡ кәсептәрен, ҡул эштәрен сағылдырған бай күргәҙмә урын алған. Ниндәй һабантуй ялан батырҙарын тәбрикләүһеҙ үтһен инде?! Был юлы ла ер улдары, игенселәр, төрлө һөнәр оҫталары бүләкләнде, уларға Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, дәүләт наградалары тапшырылды. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Азат Шәрипов "Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" исеменә лайыҡ булды. Һабантуй, әлбиттә, йыр-бейеүһеҙ, уйын-көлкөһөҙ, ярыш- бәйгеләрһеҙ үтмәй. Был юлы ла Баймаҡ халҡы һәм район ҡунаҡтары рәхәтләнеп ял итте. Байрамдың йәме - ат сабыштары, "Ылаҡ" уйыны, милли көрәш булды. Ҡолғаға менеү, төрлө спорт ярыштарында ла халыҡ әүҙем ҡатнашты. Бер яҡ ситтәрәк балалар һабантуйы ойошторолдо, төрлө милли уйындар үтте. Автор фотолары