Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тимурҙың ҡайтҡанын көтәбеҙ...

“Беҙ Тимурҙың ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ һәм уны ҡот осҡос хәтирәләрҙән арындырырға теләйбеҙ, – тип яҙа социаль селтәрҙә Стәрлебаштағы 1-се урта мәктәп уҡытыусылары. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 5А класы уҡыусыһы Тимур Бисярин яҙмышындағы кеүек хәл-ваҡиғалар ҡайһы бер балаларҙың тормошонда булып тора. Район халҡын ғына түгел, бөтә Башҡортостанды шаҡ ҡатырған фажиғәнән әле булһа арына алмайбыҙ. Бөгөн ҡаты йәрәхәттәр алған уҡыусыбыҙ Мәскәүҙә кисектергеһеҙ балалар хирургияһы үҙәгендә дауалана, реабилитация үтә. 1-се мәктәптең педагогтар коллективы Тимурҙың әйләнеп ҡайтыуын көтә. Беҙ уның тыуған йортона ҡайтҡас, фажиғә булған мунсала йыуына алмаясағын яҡшы аңлайбыҙ. Был хәлде өлкән кешенең дә кисереүе мөмкин түгел. Шуға күрә беҙ малайҙың ҡайтыуына яңы мунса төҙөргә ҡарар иттек. Нисек тә булһа, ҡот осҡос хәтирәләрҙән арындырырға ине. Уҡыусыбыҙҙың яҙмышына битараф булмаған кешеләрҙең төҙөлөш барышында матди ярҙам күрһәтеүенә өмөт итәбеҙ. Мунсаның нигеҙе һалынған, тиҙерәк төҙөп бөтәһе ине!” Фото: “Стәрлебаш шишмәләре”.