“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу төбәк программаһына ярашлы, Бишбүләк үҙәк район дауаханаһына эндоскопик диагностика ҡорамалы алынды. Өс гастроскопы булған 12 миллион һумлыҡ ҡорамал поликлиника бүлексәһенә ҡуйылды. Яңы ҡорамалда табип-эндоскопист Ирина Назарова эш башланы. Эндоскопия – махсус һығылмалы эндоскоптар ярҙамында ағзаларҙы тикшереү һәм дауалауҙың заманса ысулы. Эске ағзаларҙы ентекләп тикшереү өсөн тәғәйенләнғән. Эндоскоп һүрәттәрҙе тапшырыу системаһы менән йыһазландырылған һығылмалы нәҙек көпшәне хәтерләтә. –Эндоскопик диагностиканың мөһим бурысы – яман шеш алдында торған сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау һәм дауалауҙы ваҡытында башлау, пациенттарҙың һауығыуына өлгәшеү.Эндоскопик диагностика ҡорамалы аш һеңдереү юлына диагностиканы юғары кимәлдә үткәрергә ярҙам итә, – ти Бишбүләк үҙәк район дауаханаһының баш табибы Марат Абдуллин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа