Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы – Башҡортостандың фәнде, мәғарифты һәм йәштәр технологик эшҡыуарлығын үҫтереү үҙәге. Ул бер юлы бер нисә вуздың эшмәкәрлеген берләштергән территория. Өфө дәүләт нефть техник университеты – шуларҙың береһе. Вуз-ара кампуста вуз бер юлы бер нисә майҙансыҡ урынлаштырырға планлаштыра, уларҙың береһе университет стартап-студияһы буласаҡ. Өфө дәүләт нефть техник университетының стартап-студияһы 2022 йылда “Инфраструктура һәм белем биреү программалары фонды” һәм юғары уҡыу йортонда технологик эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шәхси инвесторҙар төркөмө булышлығында асылған. ӨДНТУ илдең был проект тормошҡа ашырылған 20 юғары уҡыу йорто иҫәбенә инде. – ӨДНТУ-ның стартап-студияһын вуз-ара кампуста урынлаштырыу – Өфө дәүләт нефть техник университетының һәм Башҡортостандың башҡа юғары уҡыу йорттарының эшҡыуарлыҡ миссияһын үҫтереү стратегияһының дауамы. Ул “ҡайнау нөктәләре” һәм акселерация программалары менән бер рәттән республ