Ашҡаҙан-эсәк юлы ағзаларының ашауҙан иң ныҡ зыян күргәне, моғайын, ашҡаҙан аҫты биҙелер. Ризыҡ мул заманда уға бик ҡыйынға тура килә. Уға ниндәй ысулдар менән ярҙам итергә була һуң?Ике литр ҡайнар һыуға бер стакан тары ярмаһы һалып, боламыҡҡа әйләнгәнсе бешерергә кәрәк. Унан эре ҡырғыста ҡырылған 300 грамм ҡабаҡты һалып, иҙелеп бөткәнсе бешерергә. Тоҙ ҙа, борос та һалмаҫҡа. Бер аш ҡалағы май ғына өҫтәргә була. Ошо бутҡаны киске аш урынына ашағыҙ, ә көндөҙ ғәҙәттәгесә туҡланығыҙ. Өс аҙна дауамында ошолай эшләгеҙ.Бауыр өсөн файҙалы бутҡалар.Тары.Был ярманан әҙерләнгән бутҡаны даими ашау организмдан токсиндар һәм шлактарҙы сығарырға ярҙам итеп, бауыр биҙенә көсөргәнеште кәметә.Ҡарабойҙай.Бауырҙы таҙартыу өсөн кефирҙа ебетелгән ҡарабойҙай ашағыҙ.Һоло.Әлеге ярма бауыр һәм башҡа ағзалар ауырыуҙарын дауалау диетаһы өсөн тура килә. Уны гепатит, бауыр циррозы, май гепатозы, подагра, ҡан тамырҙары ауырыуҙары, бөйөрҙәрҙә тайпылыштар, гастрит, ашҡаҙан сей яраһы, панкреатит һ.б. булғанда ашарға кәңәш итәләр. Һоло бутҡаһы ризыҡ менән ағыуланғандан һуң организмдан ҡалған токсиндарҙы сығарырға һәм ауырыуҙың хәлен яҡшыртырға булыша.БЫЛ ЯҘМА ДАУАЛАУҒА ҠУЛЛАНМА ТҮГЕЛ, Ә МӘҒЛҮМӘТ МЕНӘН ТАНЫШТЫРЫУ СИФАТЫНДА ҒЫНА БИРЕЛДЕ. ДАУАЛАУҘЫ ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕП БАШҠАРЫҒЫҘ. Фото: gastritinform.ru