Найти тему

Утыҙ йыллыҡ тарихтары бар

Бөгөн Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Мотлаҡ страховка фондының 30 йыллығы айҡанлы тантаналы сара үтте. Ошо матур дата айҡанлы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен еткерҙе. - Фонд Советтар Союзы тарҡалғандан һуң, яңы Рәсәйҙәге медицина системаһы һәм инфраструктураһы формалашҡан осорҙа барлыҡҡа килгән. Башҡортостан буйынса бүлексә бөгөн дә Мотлаҡ страховка фонды үҫешенең төп драйверҙарының береһе булып тора, - тине Максим Васильевич. - Беҙҙең бүлексә Һаулыҡ һаҡлау һәм Финанс министрлыҡтары базаһында барлыҡҡа килгән, тип әйтергә мөмкин. Һәм беренсе хеҙмәткәрҙәр ҙә тап унан булған. Һөҙөмтәлә эшкә маһир һөнәр оҫталары йыйылған, - тип тарихи үткәндәр тураһында һөйләп үтте төбәк идаралығы етәксеһе Юлия Кофанова. - Хәҙер беҙҙең республика мотлаҡ медицина страховкаһы йәһәтенән иң яҡшыларҙың береһе тип танылған. Сараға медицина тармағында эшләгән төрлө етәкселәр, белгестәр килгәйне. - Һаулыҡ һаҡлау системаһында финанс эшен алып барыу, был өлкәләге дауаханаларҙы, поликлиникаларҙы финанс йәһәттән дөрөҫ тәьмин итеү – элек-электән барлыҡ илдәрҙә ҡыйын ҡуйылған мәсьәлә, - тине Өфөнөң Дим биҫтәһендәге ҡала клиник дауаханаһы баш табибы, медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Фәнил Шәмиғолов. Ул шулай уҡ үҙе 2003 – 2006 йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау министры булып эшләгән мотлаҡ страховка өлкәһенә ҡағышлы эштәр һәм башҡалар тураһында ла һөйләне. Был көндө Мотлаҡ страховка фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең фиҙакәр хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Автор фотолары.