Өфөгә эш сәфәре менән Стратегик башланғыстар буйынса агентлыҡтың генераль директоры Светлана Чупшева килде. Уның эш сәфәре Республикаға идара итеү үҙәгендә башланды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡунаҡҡа республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең төп күрһәткестәре динамикаһын реаль ваҡытта күрһәтте. Светлана Чупшева билдәләүенсә, Башҡортостанға килеүенә ул һәр саҡ шат, бында көслө, хәстәрлекле етәкселәр эшләй. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, кешеләр тыуған ерҙә йәшәргә һәм ҡалырға теләһен өсөн йәшәү сифатын яҡшыртыу власть органдары дөйөм бурыс булып тора. – Мин ғәйәт ҙур динамика күрәм, инвестиция климаты йәһәтенән, кешеләр, мәғариф, инфраструктура, ҡаланы төҙөкләндереү йәһәтенән башҡарылған бөтә эштәр – һеҙҙең тырышлығығыҙ, уңыштарығыҙ. Мин һәр ваҡыт Башҡортостандың еңеүҙәренә ҡыуанам, беҙ төҙөгән рейтингтарҙа ғына түгел, федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә һеҙҙең алға китешегеҙҙе күҙәтәбеҙ. Республикаға идара итеү үҙәгендә алдынғы технологиялар менән уртаҡлашыуығыҙ өсөн рәхмәт, — тине Светлана Чупшева. Был алым министрлыҡтар һәм ведомстволар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә, килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек бирә, тип билдәләне Премьер-министр Андрей Назаров. — Ситуация үҙәге эшләгән ике йыл эсендә 1 миллион 200 мең мөрәжәғәт ҡабул ителгән, шул иҫәптән 33 меңдән ашыу мөрәжәғәт СВО темаһына. Система барыһын да бергә тупларға, ҡайҙа хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр булыуын ҡарарға мөмкинлек бирә. Хатта тап ошонда гуманитар конвой йыйыуҙы талап иткән мәсьәләләр ҡарала. 50-нән ашыу гуманитар автоколонналар ебәрҙек, ирекле полктар ойошторҙоҡ һәм тулыһынса йыһазландырҙыҡ, — тип аңлатты Андрей Назаров. Светлана Чупшева был эште юғары баһаланы. – Төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволарҙан вәкилдәрҙең тиҙ арала йыйылып, ниндәй ҙә булһа мәсьәләнең бер нисә сәғәт эсендә хәл ителеү мөмкинлеге булыуы бик уңайлы алым. Республика тап ошонда иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә лә инде. Башҡортостанға уңыштар теләйем. Беҙҙе ғәжәпләндереп, яңы ҡарарҙар, яңы механизмдар булдырығыҙ. Был башҡа төбәктәр өсөн дә ҡыҙыҡлы. Рәсәй Федерацияһы субъекттары бер-береһенән өйрәнә, тәжрибә уртаҡлаша икән, был үҫеш өсөн бик мөһим, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Светлана Чупшева. Мәғлүмәт һәм фотолар Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.
Светлана Чупшева: “Башҡортостан идара итеү системаһында алдынғы технологиялар ҡуллана”
9 июня 20239 июн 2023
1 мин