Тәтешле районының Икенсе Йәремйәбаш ауылында йәшәгән йөҙйәшәр Кифая Рәхимйән ҡыҙы Ханованың күркәм йорто әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Оло урам яғы ла, ихатаһы ла шау сәскәгә күмелгән. Бында хеҙмәт ветераны ҡыҙы Зәһинә һәм кейәүе Әлфәт менән йәшәй. Бер быуатты уҙған, әллә күпме тарихи боролоштарҙы, ҡоролоштарҙы, һуғыш афәттәрен кисерергә яҙған инәйҙең зиһененә, һөйләшенә, еңел генә атлап өҫтәл артына килеп ултырыуына ҡарап, ғәжәпләнеүебеҙҙе йәшермәнек. “Әйҙәгеҙ, балаҡайҙар, баштан үткәндәрҙе һеҙгә лә һөйләйем. Килеүен-килгәс, тыңлағыҙ әйҙә”, – тип үҙенең яҙмыш йомғағын һүтергә әҙер булыуын белдерҙе инәй. – Ғүмерем буйы Карл Маркс исемендәге колхозда (элекке “Динамо” хужалығы) төрлө эштәрҙә йөрөнөм. Атай-әсәйҙән иртә етем ҡалдым, туғыҙ ғына йәштә инем. Бер туған ағайымда бала ҡарап йәшәргә тура килде. Еңгәмә эйәреп, 12 йәштән колхоз эшенә сыҡҡылай башланым. Бер саҡ Тәтешле менән Ҡоҙаш араһында юл һала башланылар. Мин дә шунда ҡатын-ҡыҙҙар менән бер аҙна тирәһе эшләнем. “Һуғыш сыҡҡан!” тигә