Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Атайсал" – уңышлы проект

Өфөлә "Торатау" Конгресс-холында Бөтә Рәсәй "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" Асыҡ академияһының эш башлауы тураһында хәбәр иткәйнек. Ул уңышлы проекттарҙың береһенә әйләнде һәм Башҡортостан Башлығы гранты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Бөтә Рәсәй "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" Асыҡ академияһының сиктәрендә бихисап саралар ойошторола. Мәҫәлән, "Атайсал – биләмәләрҙе хәстәрләү" фекер алышыу майҙансығында модератор ролен Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова башҡарҙы. – Тап атайсал менән бәйле ошо күркәм мәҙәниәт усағында быға хәтлем ике сара ҙур ойошторолғайны, быныһы – өсөнсөһө, – тине Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова. – Тыуған төйәгенә ярҙам итеүселәрҙең, тыуған яғын күркәмләндерергә ынтылыусыларҙың күп булыуы хайран ҡалдыра. Ысынлап та, меценаттар күп беҙҙә. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова был тәңгәлдә бай тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Әминә Ивний ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, ул Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында тыуып үҫкән, ете йәшкә тиклем шунда йәшәгән. Артабан ата-әсәһе менән Өфөгә күсенеп киткәндәр. Ғәмһеҙ һәм күңелле бала сағы нәҡ әлеге ауылда үткән. Республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығында юғары вазифа биләгәндә Бөрйән районына юлы төшкәс, юлайҡан Ырғыҙлыға ла һуғылған. Ауыл клубына ингәндә уны балаларҙың бейеү коллективы ҡаршы алған, аҙаҡтан ҡыҙ һәм малайҙар бейеү костюмының юҡлығын әйткән. Һүҙ ҙә юҡ, министр кейем йәһәтенән уларға ярҙам күрһәткән. Бына ошонан башланғандан инде Әминә Шафиҡованың бәләкәй атайсалына ярҙамы. Артабан министр Ырғыҙлы ауылына әллә күпме ярҙам иткән. – Тиҙҙән Ырғыҙлы ауылы 270 йыллыҡ юбилейын үткәрәсәк, шуға тура килтереп мәсет асыласаҡ, – тине ул. Әлбиттә, был осраҡта ла Әминә Ивний ҡыҙы ярҙамынан өҙмәгән. Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко белдереүенсә, 17 мең тирәһе кеше ғүмер иткән төбәктә кескәй тыуған төйәгенә ярҙам итеүселәр бихисап, меценаттар күп булыу сәбәпле, хәҙер исемлекте алып бармайҙар хатта. Ул бәләкәй тыуған төйәге Учалы районына ярҙамы тураһында ла һөйләне. – Киләсәктә халыҡҡа анкета таратып бирергә уйлайбыҙ, уларҙың теләктәре беҙҙең өсөн ныҡ мөһим, – тине Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы. Фото: Илдар Аҡъюлов.