Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мәктәп менән мәҙрәсәнең айырмаһы нимәлә?

Билдәле булыуынса, элек айырым мәктәптәр һәм мәҙрәсәләр эшләгән. Уларҙың айырмаһы нимәлә? Ислам динендә мәғрифәткә ҙур урын бирелә. Ҡөрьәндәге тәүге аяттың "Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһы Тәғәлә исеменән уҡы!" тип башланыуы ла, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең үҙ хәҙистәре аша ғилемгә әйҙәүе лә – быға ныҡлы дәлил. Элек уҡыу йорттары, ысынлап та, мәктәпкә һәм мәҙрәсәгә бүленгән. Тәүгеһендә фәҡәт яҙыу серҙәре өйрәнелгән. Китаптарҙы күсереү менән шөғөлләнгән айырым кешеләр ошо мәктәптә белем алған. Унда йәнә каллиграфия ғилеме өйрәтелгән. Билдәле булыуынса, ғәрәп яҙмаһы ғәжәп үҙенсәлекле, ул урыҫса юҡҡа ғына "арабская вязь" тип аталмай: хәрефтәр бер-береһе менән ситән үргәндәге шикелле ҡушылып килә, рәсем хасил була кеүек. Ошо сәнғәтте өйрәнгән уҡыусы "хаттат" тип аталған. Хәҙер иһә был һөнәр әкренләп тергеҙелә башланы. Мәҫәлән, баш ҡалабыҙ мәсет­тәрендә Ирандан килгән хаттаттарҙың дәрес үткәргәне бар. Каллиграфик яҙмалар мәсеттәрҙе, китаптарҙы биҙәй, матурлығы, серлелеге менән күңелде хушландыра. Ғөмүмән, бөйөк сәнғәт өлгөһө ул. Мәҙрәсәлә иһә дәрес бирелгән. Октябрь революцияһына тиклем Башҡортостанда бындай бихисап уҡыу йорто иҫәпләнгән. Араларынан "Ғәлиә", "Ғосманиә", "Хөсә­йениә", "Рәсүлиә" кеүек мәҙрәсәләрҙең исе­ме әле лә киң билдәле. Улар бөгөнгө юғары уҡыу йорттары дәрәжәһендә булған. Дәрес биреүселәрҙе остаз, мөғәллим, мөҙәрис, хәлфә тип атағандар. Ҡыҙҙарға иһә хәҙрәттең абыстайы ғилем биргән, уны остазбикә, түтәй, абыстай тип йөрөткәндәр. Мәҙрәсәләр бер нисә төргә бүленгән. Берәүҙәрендә, мәҫәлән, Ҡөрьән хафиздары әҙерләнгән. Улар изге китапты тулыһынса ятлап алған. Бөгөн дә ошондай уҡыу йорттары бар. Мәҫәлән, Төркиәлә көслө мәҙрәсә эшләй, Татарстанда ла асылды. Элек унда балаларҙы биш-алты йәштән башлап алғандар. Малайҙар, ошонда белем алып, аҙаҡ халыҡ араһында "ҡарый" булып танылған, абруй ҡаҙанған. Бынан тыш, Фиҡ мәҙрәсәләре булған. Унда Ислам ҡанундары, фарыздары, сөннәттәре үҙләштерелгән. Шулай уҡ хәҙис ғилемен өйрәнеү мәҙрәсәләре эшләгән. Белеүебеҙсә, Пәйғәмбәребеҙҙең ошондай аҡылдары "Ҡөрьән Кәрим"дән ҡала икенсе урында тора. Әлеге уҡыу йорттарында уларҙың асылын өйрәнгәндәр. Тәфсир мәҙрәсәләре булған, уларҙа "Ҡөрьән Кәрим"дең мәғәнәһенә төшөндөр­гәндәр. Ғөмүмән, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм йәшәгән заманда Ислам ғилеме ифрат ныҡ алға киткән, төрлө баҫҡыстағы уҡыу йорттары артҡан. XX быуат баштарындағы үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда иһә "мәҙрәсә" һүҙе, иҫкелекте сағылдыра тип, телмәрҙән төшөрөп ҡалдырылған. Асылына тап килмәһә лә, "мәктәп" төп ҡулланылышҡа ингән. Белем биреү юлын үҙгәрткәндәр, боҙғандар, уҡыу программаһына бигүк кәрәге булмаған фәндәр ҡуйылған. Өҫтәүенә уҡыусыларҙы сыбыҡ менән һуғыу, борсаҡҡа теҙләндереп ҡуйыу һәм башҡа ысулдар Ислам ғилемен үҫештән туҡтатҡан, балаларҙы унан биҙҙергән. Илдең, милләттең алға барыуы ғилем­гә, уны файҙаланыуға, тормошҡа ашы­рыуға бәйле. Шул уҡ ваҡытта белем кешене һәр яҡлап тәрбиәләргә, рухлан­дырырға тейеш. Юҡһа, ул файҙаһыҙ. Әйтәйек, Муса ғәләйһис-сәләм йәшәгән ваҡытта Ҡарун исемле бик белемле һәм ифрат бай кеше булған. Ғилеме буйынса Муса пәйғәмбәрҙән ҡала икенсе урында торған Ҡарундың байлығы һаҡланған асҡысты бер көслө кеше саҡ күтәреп йөрөгән. Әммә бер мәл, зәҡәт аяты төшкәс, Ҡарун мөлкәтенән өлөш сығарыуға ҡырҡа ҡаршылығын белдерә. Иртәнсәк уянһа, Аллаһ Тәғәләнең хикмәте менән уның барлыҡ байлығын ер йотҡан була... Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең бөтөн педагогиканы үҙ эсенә алған дүрт кенә юллыҡ хәҙисе бар: "Ғилемде иң еңел юл менән бирегеҙ! Баланы ҡыуан­дырығыҙ, дәртләндерегеҙ, рухландырығыҙ, күңелен төшөрмәгеҙ". Аллаһы Тәғәлә һәммәбеҙгә лә, бигерәк тә бөгөнгө йәштәргә файҙалы ғилем насип итһен! Дилбәр ИШМОРАТОВА