Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда һәм тотош ил мәҙәниәтендә күп ыңғай үҙгәрештәр булды. Улар Рәсәй һәм республикабыҙ етәкселегенең битараф булмауы арҡаһында тормошҡа ашырыла. Берҙәм мәҙәни киңлек булдырыу, мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, кадрҙар потенциалын формалаштырыу, хеҙмәткәрҙәргә социаль ярҙам күрһәтеү һәм абруйлы проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса ҙур эш алып барыла. Күмертауҙа – виртуаль концерт залы Күмертау ҡалаһының 3-сө моделле китапхана-филиалында виртуаль концерт залы асылды. “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында китапхана музыка сәнғәтен яратыусылар, мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ ҡала халҡы өсөн мәҙәни үҙәккә әүерелә. Бында Рәсәйҙең һәм донъяның алдынғы сәнғәт әһелдәре башҡарыуындағы концерттарҙы яҙҙырыу ғына түгел, онлайн рәүешендә лә ишетеү һәм күреү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. – Виртуаль концерт залы асылғандан һуң, Күмертауҙа йәшәүселәрҙең бөйөк сәнғәткә реаль ваҡытта ҡағылыу мөмкинлеге бар. Был ҡала өсөн мөһим ваҡиға, – тине Күмертау ҡалаһы ҡала округы советы депутаты Евгений Оськин. Бөтә Рәсәй виртуаль концерт залы – РФ Мәҙәниәт министрлығының мөһим проекты, Рәсәйҙең “асыҡ мәҙәни киңлеген” формалаштырыуҙа төп ҡаҙаныштарҙың береһе, ул Рәсәйҙең төрлө ҡалаларын берҙәм концерт филармонияһы киңлегенә берләштерә. Виртуаль концерт залдары музыкаһы кешеләрҙең күңел донъяһын байыта, шәхесте үҫтереү, художестволы зауыҡ тәрбиәләү, йәмғиәттә аралашыу һәм берҙәмлек өсөн мөмкинлектәр булдыра. Ауыл нимә тураһында йырлай Яңыраҡ Салауат районы автоклубы Иҙрис, Яңы Ҡаратаулы, Юлаев, Илтай, Мөсәт, Комсомол һәм Сулпан ауылдарында булды. Район мәҙәниәт йорто артистары халыҡҡа “Ауыл нимә тураһында йырлай” тигән концерт программаһын тәҡдим итте. Сәхнәлә район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре башҡарыуында күңелле, моңло йырҙар яңғыраны. Ауыл халҡы, артистарҙы йылы ҡаршы алып, көслө алҡыштар менән бүләкләне. – Сығышығыҙҙан алған тәьҫораттар күңелгә дәрт өҫтәй, йәшәргә һәм изгелек ҡылырға теләк тыуа. Ауыл халҡын дәртләндереүегеҙ өсөн рәхмәт, – тип фекерен белдерҙе Сулпан ауылы кешеһе Вадим Солтанов. Артистар үҙҙәре лә йылылыҡ, изгелек бүләк итә алыуҙарына шат. – Автоклуб, район мәҙәниәт йортоноң структур бүлексәһе булараҡ 2021 йылдан алып эшләй. Уның бурысы – төпкөл ауылдарҙы, шулай уҡ мәҙәниәт белгестәре булмаған йәки тулы булмаған эш көнө тәртибендә эшләгән биләмәләрҙе хеҙмәтләндереү. Автоклуб үҙ бурысын һөҙөмтәле үтәй. Халыҡ уның эшенән ҡәнәғәт һәм һәр саҡ район мәҙәниәт йорто артистарын ҡунаҡҡа саҡыра, – тип һөйләне “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса һатып алынған күсмә мәҙәни үҙәктең эше хаҡында мәҙәниәт белгесе Айгөл Хәлиуллина. Ғәскәров ансамбле – Үзбәкстанда Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Башҡортостан Республикаһының ғына түгел, Рәсәйҙең мәҙәниәтен үҫтереүҙә лә һиҙелерлек роль уйнай. Күптән түгел Үзбәкстан Республикаһының баш ҡалаһы Ташкентта СССР-ҙың һәм Үзбәк ССР-ының халыҡ артисы, Үзбәкстандың Бахор дәүләт бейеү ансамбленә нигеҙ һалған Мөкәррәм Торғонбаеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған тантаналы концертта беҙҙең бейеүселәр ҙә ҡатнашҡан. Ғәскәровсылар тантаналы концертта башҡорт хореографияһы классикаһын – Фәйзи Ғәскәров ҡуйған “Шаян ҡыҙҙар” композицияһын тәҡдим итте. Быйыл да грантҡа лайыҡ булдылар Йыл да Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы республика бюджетынан субсидиялар рәүешендә Башҡортостан Башлығы гранттарын тапшыра. Быйыл да конкурс нигеҙендә еңеүсе мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, ижади коллективтар исемлеге раҫланды. 10 дәғүәсенең проекттары 150 мең һум күләмендә Грантҡа лайыҡ булды. Комиссия биш коллективҡа 420 мең һум күләмендә грант тапшырҙы. Улар – Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Композиторҙар союзы, Рәссамдар союзы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты һәм продюсер Леонид Филинов. Ошо проекттар мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә, байыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итеүгә ҙур мөмкинлектәр аса, кешеләрҙең ижади һәләттәрен үҫтерә. - Рүзилә ҠОЛӨМБӘТОВА