Теләһә ниндәй ризыҡты ла оҙайлы ваҡыт һәм дөрөҫ итеп һаҡламаһаң, ул үңәҙ (бәшмәк) менән ҡаплана. Уны ашау һәм хатта еҫкәп ҡарау ҙа хәүефле, бының һаулыҡҡа ҙур зыян килтереүе ихтимал. Аҙыҡта бәшмәктәрҙең барлыҡҡа килеүе уның серей башлауы тураһында һөйләй, тимәк, унда патогенлы микробтар һәм бактериялар үҫешә. Боҙолған ризыҡты ашау аллергия реакцияһына, паразит йоҡтороуға, аш һеңдереү процесы боҙолоуға, уртаса һәм ауыр дәрәжәләге ағыуланыуға, бауырҙың ҡатмарлы йәки ҡотолғоһоҙ зарарланыуына, ашҡаҙандан эске ҡан китеүгә, бөйөр йәки үпкә эшмәкәрлегенең боҙолоуына килтереүе ихтимал. Ябай ғына әйткәндә, үңәҙҙе ашау үҙеңдең хәлеңде насарайтыу йәки хроник сирҙәрҙе киҫкенләштереү тигәнде аңлата. Дауалауы ауыр булған һәм тәрән эҙемтәләрге килтергән сальмонеллез йоҡторорға ла була. Ваҡытында ашалмаған һөт ризыҡтарында, иттә һәм консерваларҙа ботулизмға сәбәпсе токсин булыуы бар – был сир бик тиҙ үҫешә һәм ғүмер өсөн хәүефле. Ә иң ҡурҡынысы – 300-ҙән дә кәм булмаған ағыулы үңәҙ берләшмәләре, микотоксиндар организмды ҡотолғоһоҙ үҙгәрештәргә һәм онкология ауырыуҙарына этәрергә мөмкин. Ризыҡта үңәҙ барлыҡҡа килмәһен өсөн, тик сифатлы аҙыҡ-түлек алырға һәм уны дөрөҫ һаҡларға кәрәк. Һәм бер өлөшөнә бәшмәк төшөп өлгөргән ризыҡты ҡотҡарырға маташмағыҙ. Мәҫәлән, бер яҡ ситендә үңәҙ күренә икән, уны ҡырҡып ташлап, икенсе яғын ашарға ярамай, сөнки бер төшкән бәшмәк, әлегә күренмәһә лә, бөтә ергә лә эләккән булыуы ихтимал. Ҡаты сыр, кәбеҫтә, картуф кеүек тығыҙ йәшелсә һәм сей килеш ҡаҡланған колбасаны ғына шулай ашарға була, сөнки уларҙың текстураһы ҡалын һәм үңәҙ тиҙ тарала алмай. Ә бына өйҙә әҙерләнгән ҡайнатма йәки консерваларҙың өҫтөндә бәшмәк күренһә, уны таҙартып ашап ҡуймағыҙ. Бәшмәген алып ташлап, кире ҡайнатып алырға ла ярамай, ҡайнатыу бактерия менән атымсаларҙы юҡҡа сығарһа ла, микротоксиндарҙан ҡотҡармай. Үрҙә әйтелгәнсә, үңәҙле аҙыҡты еҫкәргә лә ярамай, сөнки тын алған саҡта уның атымсаларының организмға эләгеүе һәм аллергияға килтереүе бар. Яңылыш үңәҙле аҙыҡ ашаһаң, ни эшләргә? Күпселек осраҡта был әллә ни зыян килтермәҫ. Һәр хәлдә боҙолған икмәк киҫәген бер тапҡыр ҡапҡандан микротоксикоз булмаҫ. Ә бына аллергияға йәки еңелсә ағыуланыуға килтереүе ихтимал, шуға күрә 24 сәғәт дауамында хәлегеҙҙе тикшерегеҙ. Тыныслыҡ өсөн адсорбент һәм аллергияға ҡаршы дарыуҙар эсергә була. Ә температура күтәрелеп, ҡоҫҡо килә башлаһа, эс китһә, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА