Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Көн һайын ашаһаң да була

Иң файҙалы бутҡаның ниндәй икәнен беләһегеҙме? Ябыҡтыра һәм гемоглобинды күтәрә торған рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ҡарабойҙай организм өсөн шул тиклем файҙалы, уны мөмкин тиклем йышыраҡ ашарға кәңәш ителә. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына яҡшы йоғонто яһай, холестеринды кәметә, ҡан тамырҙарын нығыта, нервы системаһының, эсәктәрҙең эшмә­кәрлеген яҡшырта, шулай уҡ файҙалы микрофлораның үҫеүенә һәм үрсе­үенә булышлыҡ итә. Бөгөн гемоглобинды күтәреү һәм ябығыу өсөн файҙалы, тәмле ҡа­рабой­ҙай әҙерләү ысулы: бутҡаға банан йәки ҡайнар һыу менән бе­шекләнгән алма йәки парҙа тотолған ҡара емеш һалырға була. Бер стакан ҡарабойҙай, бер стакан һыу, бер стакан һөт, 30 грамм аҡ май, ике аш ҡалағы шәкәр, бер банан (алма йәки ҡара емеш) кәрәк. Ҡарабойҙайҙы йыуғас, кәстрүлгә һалабыҙ ҙа өҫтөнә һыу ҡоябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, һыуы бөткәнсе 5-7 минут талғын утта бешерәбеҙ. Шунан һөт менән шәкәр өҫтәргә һәм талғын утта тағы 10 минут бешерергә кәрәк. Бынан һуң май һәм уртаса ҙурлыҡта туралған банан (алма) һалып бутарға ғына ҡала. Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА