Бөгөн Совет майҙанынан йола буйынса тантаналы шарттарҙа хәрби әҙерлек үтеү өсөн “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Советтар Союзы Геройы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальонын оҙаттылар. Улар менән бергә Һамарға хәрби әҙерлек үтергә мотоуҡсылар полкының матди тәьминәт һәм ремонт ротаһы ла китте. Тантана башында батальон командиры Фәрит Миһранов Башҡортостан Башлығына хәрби подразделение теҙелеүе тураһында хәбәр итте, унан һуң Радий Хәбиров Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева менән легендар дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды. – Бөгөн беҙ Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исемендәге батальонды һәм ике подразделениены хәрби көйләүгә оҙатабыҙ. Шулай итеп, беҙ Башҡорт ирекле мотоуҡсылар полкын ойоштороуҙы тамамлайбыҙ тиерлек. Уның ике батальоны һәм биш подразделениеһы әле үк хәрби әҙерлек үтә. Республика исеменән һеҙгә ябай булмаған ҡарар – Ватанды һаҡлауға баҫырға ҡарар итеүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Халыҡ һеҙгә рәхмәт белдерә һ