Илебеҙҙә Рәсәй көнө йыл һайын киңерәк һәм әүҙемерәк билдәләнә, һуңғы йылдарҙа иһә ул айырыуса ҙур мәғәнәгә эйә. Был байрам үҙенең яҡтылығы, матурлығы һәм илһөйәрлек рухында уҙғарылыуы менән кешеләрҙә Тыуған ере, Ватаны өсөн яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләй, уларҙы берҙәмләштерә һәм дәүләт мәнфәғәтендә изге, матур эштәргә этәргес көс булып тора. Был көндә, әлбиттә, Рәсәй әләмен кешеләрҙең ҡулында ла, еңел машиналарында ла, хатта йөҙҙәренә төшөрөлгән боди-арт рәүешендә лә осратырға була. Шулай ҙа кешеләрҙең күңелендәге илһөйәрлек тойғоһо иң мөһиме. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә республикабыҙҙа булып уҙған Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашыусыларҙың да ҡайһы берҙәре менән әңгәмәләшергә насип булды. Уларҙың уйҙары ла, һүҙҙәре лә уртаҡ! Ашуг ШЕМШИР, Дағстан Республикаһы: – Милләтем – лезгин. Сара ныҡ юғары кимәлдә ойошторолған, ошондай күркәм байрамға килә алғаным өсөн шатмын. Бында күп төрлө милләт вәкилдәре килгән, был – ҡыуаныслы хәл, сөнки һуңғы йылдарҙа иңебеҙгә төшкән ауырлыҡтарҙан һуң, был бик кәрәкле һәм урынлы байрам. Беҙгә берләшергә һәм тыныс күк йөҙө аҫтында аңлашып, дуҫ булып йәшәргә кәрәк. Ошо байрамды ойошторған Башҡортостан халҡына ҡарап һоҡланам һәм ысын күңелдән рәхмәттәремде еткерәм. Анна КИРИЛИНА, Саха (Яҡут) Республикаһы: – Мин ябай мәктәптә яҡут теле һәм мәҙәниәте фәненән уҡытам. Бөгөн байрамда яҡут халҡының эпосын һөйләнем. Башҡортостанды килеп күреүем менән бәхетлемен. Башҡорт халҡының ябайлығы, ихласлығы һоҡландырҙы. Был сара бик оҫта, ҙур кимәлдә ойошторолған, үткәреү урыны ла уңайлы, матур. Миңә бик оҡшаны һәм ошо ерҙә аҫаба булып йәшәгән халыҡҡа ысын күңелдән яҡтылыҡ, юғарылыҡ теләйем. Башҡорт халҡының эпосы “Урал батыр”ҙы бөтә балаларығыҙҙың да өйрәнеүен, уны һөйләп үҫеүен теләйем. Боронғо эпостар халыҡ күңелендә ни тиклем күберәк йәшәй, халыҡтың да асылы, үҙаңы шунса оҙағыраҡ йәшәй. Ә бының өсөн бөгөн Тыуған илебеҙҙең имен булыуы, унда йәшәгән бар халыҡтарҙың да дуҫ, татыу, берҙәм көн күреүе мөһим. Барыһына ла күңел бөтөнлөгө һәм уңыштар теләйем! Алан ТИМЕЕВ, Алтай Республикаһы: – Китап байрамында алтайҙарса өзләп күрһәттем. Балалар музыка мәктәбендә уҡытам. Шуныһы ҡыуаныслы, Алтайҙа өзләү онотолоп бара ине, бына яңыраҡ йәнә тергеҙелә башланы. Иң мөһиме – балалар һәм йәштәр ҡыҙыҡһына. Халҡыбыҙ тәүсығанаҡтарыбыҙға ҡайта, милли рух үҫешә башланы. Башҡортостанға электән килеп йөрөйбөҙ, бында милли, халыҡ-ара байрамдар йыш ойошторола, был үҙе үк башҡорт халҡының бар яҡтан да үҫешкән, алдынғы милләт икәнен күрһәтә. Артабан да ошондай матур шарттарҙа күрешеп тороу өсөн, иң беренсе, тыныс күк йөҙө теләйем. Илебеҙ бар булһын, үҙебеҙ бар булайыҡ! Борон-борондан килгән халыҡ аңы ҡоромаһын, тарихи тамырҙар өҙөлмәһен ине. Артабан да берләшеп, бергәләп йәшәргә яҙһын. Эйе, Рәсәй көнө тап ошолай ирекле илебеҙҙең илһөйәр, тоғро, ышаныслы, азат халҡы өсөн барлыҡҡа килгән дә инде. Рәсәйҙәрҙең күңелендә тарихыбыҙ өсөн ғорурлыҡ, яҡты киләсәккә ҙур ышаныс, илебеҙҙең бөгөнгөһөнә ҡарата оло ихтирам хисе йәшәй. - Таңсулпан БАЙТИМЕРОВА