Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Һәр хеҙмәткәр тураһында ыңғай баһалама алабыҙ"

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында яҙҙы. “Белеүегеҙсә, башҡорт медицина отряды йылдан ашыу Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында йылдан ашыу эшләй һәм урындағы коллегаларына ярҙам итә. Табиптарыбыҙ барлыҡ көсөн һалып эшләй, ҡатмарлы хәлдәрҙә дөрөҫ диагноз ҡуя ала һәм әмәлиәттәр эшләй. Сираттағы командировканан ҡайтҡан һәр хеҙмәткәр тураһында ыңғай баһалама алабыҙ. Ошондайҙарҙың береһе – Дмитрий Моисеев, табип-травматолог, Ҡариҙел район дауаханаһы баш табибы урынбаҫары. Ул ике тапҡыр инде Красный Лучта эшләне һәм хәрби госпиталдә хәрбиҙәргә хирургик ярҙам күрһәтте. Ул – Моисеевтарҙың табиптар династияһынан. Был ғаиләнең дөйөм хеҙмәт стажы – 200 йыл! Улар – төрлө белгестәр, Ҡариҙел, Өфө, Ростов өлкәһе клиникаларында эшләйҙәр. Республика Башлығы исеменән һәм шәхсән үҙемдән табиптарға, шәфҡәт туташтарына - эше, меценаттар һәм ирекмәндәр ярҙамы өсөн, яңы төбәктәргә һәм унда йәшәүселәргә ярҙам итеүселәргә, хәрбиҙәргә һәм доброволецтарға рәхмәт әйтәбеҙ”. Фото: vk.com/zabelinm