Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уңғандар өсөн үрҙәр бейек булмай

Күгәрсен районының Бикбулат ауылы тураһында һуңғы бер-ике йылда киң мәғлүмәт сараларында йыш уҡыйбыҙ һәм күрәбеҙ. Айырыу­са ул “Айыҡ ауыл” республика конкурсында әүҙем ҡатнашҡан төбәк булараҡ танылды. Һуңғы осорҙа биләмә был яҡтарҙағы ҡайнап торған мәҙәни-спорт үҙәгенә әйләнде, тиһәң дә була. Ауылдың күтәрелеп китеүендә яңы етәксе – Урал ауыл биләмәһе башлығы Илнур Миңлеғәли улы СӘЙФУЛЛИНдың роле ҙур. – Илнур Миңлеғәли улы, һеҙ­ҙең ауыл биләмәһе төрлө спорт һәм мәҙәни сараларҙа, кон­курстарҙа әүҙем ҡатнаша. Шулай ҙа тәүге сиратта уларҙың күҙгә ташланғаны һәм еңеүгә алып килгәне – “Айыҡ ауыл” бәйгеһе тураһында һөйләгеҙ әле, был конкурс һеҙҙә ниндәй тәьҫо­раттар ҡалдырҙы? – Эйе, “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуға бикбулаттар дәррәү тотондо. Республика этабында беҙ “Ҙур ауылдар” номинацияһында барҙыҡ. Көнәркәштәр күп һәм көслө генә ине: Дүртөйлө районының Мәскәү, Хәйбулла райо­нының Әбүбәкер, Йылайыр районының Юлдыбай ауылдары һәм башҡалар. Шуға ҡарамаҫтан, үҙ көсөбөҙгә ныҡлы ышанып, ҡулыбыҙҙан кил­гәндең барыһын да эшләргә ты­рыш­тыҡ. Шуны ла билдәләр инем: Бикбулат бығаса спорт яғынан әллә ни күҙгә салынмай торғайны, ә һуңғы осорҙа, йәғни ошо конкурсҡа ярашлы, сәләмәтлекте һәм айыҡ­лыҡ хәрәкәтен пропагандалаған бихисап ярыштар, турнирҙар ойошторолдо. Быйыл ҡыш аҙағында Стәрле­тамаҡ физкультура колледжы студенттары һәм уҡытыусылары менән берлектә мәктәп уҡыусы­лары өсөн спорт ярыштары үтте. Ентекле әҙерләндек: трасса һал­дыҡ, флагтар ҡаҙап, ҡунаҡтарҙы күңелле музыка уйнатып ҡаршы алдыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар самауырҙар ҡайнатып, мул табын ҡорҙо. Биш командаға бүленеп, төрлө уйындар ойошторҙоҡ, ярыштыҡ. Балаларҙың саф һауала йүгере­шеп уйнауын күреп, ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа ҡыуанды. Берен­сенән, улар һаулығын нығыта, телефонға, компьютерға текәлеп ваҡыт үткәрмәй, әүҙемлек күрһәтә; икенсенән, бер-береһе менән аралашып, дуҫлашып, үҙҙәренең һә­ләт­тәрен дә аса, командала эшләргә өйрәнә. Район-ара волейбол турнирҙа­рында ла ҡатнаштыҡ. Ниндәй кимәлдәге ярыштар булһа ла, беҙ иң тәүҙә үҙебеҙҙә һайлап алыу этабын үткәрәбеҙ. “Рәсәй саңғы юлы-2023” күмәк ярыштарҙың Күгәрсен районы бәйгеһе уҙғарылды. Район хаки­миәте приздары өсөн барған был уҙышта 700-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Сәләмәт тормош айыҡ йәшәү рәүешенән айырылғыһыҙ, шуға күрә ошо бәйге “Айыҡ ауыл” конкурсына ла туранан-тура бәйле ине. Айыҡлыҡ халҡыбыҙҙың киләсәге, иҡтисадтың ныҡлығы, ғаиләләребеҙҙең именлеге икән­леге бәхәсһеҙ. “Ошо абруйлы конкурста ҡатнашып, дөрөҫ юлдан бараһығыҙ, яҡташтар”, – тигәйне танылған радиожурналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Тәнзилә Үлмәҫ­баева, саңғы ярышының йомғаҡлау тантанаһында сығыш яһап. Артабан Бикбулаттың йыйылма командаһы Ейәнсура, Бөрйән район­дарында спорт сараларында район данын яҡланы. “Мәргән уҡсы” турнирына ла әҙерләнәбеҙ. Ауылда “Ағинәйҙәр ҡоро”, “Аҡһаҡалдар ҡо­ро” йәмәғәт ойошмалары, “Серҙәш­тәр” ҡатын-ҡыҙҙар клубы, “Атайҙар мәктәбе”, йәштәр ҡоро эшләй. Спирт­лы эсемлектәр менән ма­уығыусылар араһында аңлатыу эштәре даими ойошторола. Уларҙы ла йәмәғәт эштәренә йәлеп итергә тырышабыҙ. Әйткәндәй, спорт ярыштарында ла улар әүҙем ҡатнашты. Уларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса ла ярҙам итәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, беҙ “Айыҡ ауыл” конкурсында ауылдың дәртле халҡын төрлө яҡлап асырға тырыштыҡ. Спорт та, мәҙәниәт тә бергә үрелеп барҙы, төрлө сараларҙа олоһо ла, кесеһе лә теләп ҡатнашты. Һө­ҙөмтә, хәҙер бөтә республикаға билдәле булыуынса, бикбулаттар өсөн ҡыуаныслы: “Ҙур ауылдар” номинацияһында беҙ беренсе урынды яуланыҡ. – Һеҙҙең ниндәй ныҡышмалы әҙерлек алып барыуығыҙ тура­һында беҙҙең гәзиттә лә тос ҡына мәҡәлә сыҡҡайны, шуға Бикбулат ауылының был еңеүе беҙҙең өсөн дә ҡыуаныслы булды. Бөгөн һеҙҙең әүҙем халыҡ ниндәй эштәр атҡара? – Ауыл хакимиәте өсөн эш күп, әлбиттә, иҫәбе-һаны юҡ – башҡа райондарҙағы хеҙмәттәштәрем дә быны раҫлар, тип уйлайым. “Айыҡ ауыл”да еңеп сыҡҡан өсөн беҙ биш миллион һум премияға лайыҡ булдыҡ. Еңгән осраҡта ауыл өсөн ҙур булған был аҡсаны ҡайҙа тотоноу тураһында алдан уҡ һөй­ләшеп йөрөй инек инде: ауылда балалар өсөн спорт майҙансығы төҙөүгә проект-смета документтары әҙерләй башланыҡ. Ул мини-стадион рәүешендә буласаҡ, шуға күрше генә ололар өсөн спорт менән шөғөлләнеү урындары, йүгереү юлдары, футбол уйнау өсөн ҡапҡалар урынлаштырыуға сығымдар ҡаралған. Артабан ауыл хакимиәтенең техникаһын тотоу маҡсатында йылы гараж төҙөргә ине иҫәп. Уның сығымдары урындағы бюджеттан да ҡушып финансланасаҡ. Бында ҡуйырға беҙҙең еңел автомобиль, МТЗ тракторы һәм янғын һүндереү техникаһы бар. Уларҙы, тәбиғи, тейешенсә хеҙмәтләндерә алырға бурыслыбыҙ. Янғын һүндереү машинаһында, мәҫәлән, һыуҙың туңыуына һис юл ҡуйырға ярамай, ә бының өсөн йылы бокс талап ителә. Мәктәп һәм балалар баҡсаһына ла даими ярҙам итергә тырышабыҙ. Яңыраҡ “Һуңғы ҡыңғырау” байрамында сығарылыш класс уҡыусы­ларына бүләктәр тапшырҙыҡ. Әйткәндәй, мәктәп бинаһының түбәһен ремонтларға ярҙам иттек. Төҙөкләндереү эштәре менән дә күп шөғөлләнергә тура килә. Ауыл тирәһендәге шишмә урындарын тәртипкә килтереү – шулай уҡ күптәнге хыялыбыҙ. Бөрйәнгә барған юлдағы Ҡаран шишмәһен кәртәләп, унда ял зонаһы бул­дырырға ине. Ырымбур яғынан Бөрйән тауҙарына һәм урмандарына юлланған туристар, мәҫәлән, һәр саҡ шунда туҡтап китә. Легендаларға бәйле булған был сығанаҡтың һыуы шул тиклем таҙа һәм саф, үтеп барышлай мотлаҡ тултырып алырға тырышалар, мин дә шунан алып ҡайтам. Ошо тәби­ғәт ҡомартҡыһын киләсәк быуын­дарға боҙмай тапшырырға ине. – Ауыл кешеһенең көнкүреш кимәле яҡшырғандан-яҡшыра бара, быйыл яҙ һеҙҙең ауылға сәфәр ҡылғанда: “Ҡалалағы кеүек уңайлыҡтар менән шул хәтлем рәхәт йәшәйбеҙ: газ йылыта, һыуыҡ һәм эҫе һыу килеп тора, интернет, йөҙләгән каналлы телевидение...” – тигәйне бер ветеран. Әммә, тормош булғас, борсоған мәсьәләләр ҙә юҡ түгелдер... – Улар һәр ваҡыт буласаҡ, тип уйлайым. Төҙөлөш һәм төҙөклән­дереү эштәре, тәбиғи, киләсәктә лә туҡтамаясаҡ. Әммә ауыл хаки­миәттәренә генә хас мәшәҡәттәр ҙә етерлек. Мәҫәлән, халыҡ һәр ваҡ мәсьәлә буйынса ла, “силсәүит хәл итһен” тип, уға килергә күнеккән. Йә ике күрше йорт биләмәләре араһындағы сик буйынса үҙ-ара килешә алмай, йә көтөүсенең эшенә дәғүә белде­рәләр һәм башҡалар. “Үҙ-ара һөйләшеп уртаҡ ҡарарға килегеҙ, мин аралашсы булып йөрөргә тейеш тә түгел”, тип тә ҡарайым, тик өлкән йәштәгеләргә ярҙам итмәй ҙә булмай шул... – Үҙегеҙ һәм ғаиләгеҙ тура­һында ла бер-ике һүҙ әйтһә­геҙсе... – Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында тыуып үҫтем. 2002 йылда Башҡорт дәүләт универси­тетының Сибай филиалын физик культура һәм спорт педагогы һөнәре буйынса тамамланым, 2012 йылда Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһында иҡтисадсы-менеджер һөнәре алдым. Былтыр сентябрҙә Күгәрсен районының Урал ауыл биләмәһе башлығы итеп һайланылар. Уға саҡлы район үҙәге Мораҡта балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренеры, директоры, Мораҡ ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары булдым. Ҡатыным Мораҡтағы гимназияла уҡыта, ике бала үҫтерәбеҙ – өлкән улыбыҙға 14 йәш, ҡыҙыҡайға дүрт кенә йәш әле. Гүзәл тәбиғәтле ауыл һауаһын һулап, уңған һәм һәр эштә әүҙем яҡташтарын күреп, лайыҡлы шәхестәр булып үҫерҙәр, тип өмөт итәбеҙ. - Рәшит КӘЛИМУЛЛИН