Республикабыҙ ғилми мәктәптәре, үҫешкән инжинирингы, фәндә яңынан-яңы ҡаҙаныштарға эйә булған белгестәре, ил күләмендә танылған һөнәри әҙерлек системаһы менән көслө. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та даими билдәләгәне бар. Беҙҙә 450-нән ашыу ойошма инновациялы эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, яңы технологияларҙы ғәмәлгә индереү маҡсатында ошо тармаҡҡа булышлыҡ иткән дүрт үҙәк ойошторолған. Донъя кимәлендәге үҙәк буласаҡ “Мәғариф һәм фән өлкәһен үҫтереү – һәр саҡ өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбендә”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Был йәһәттән Башҡортостанда фәнде һәм технологияларҙы үҫтереү буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу ҙур ярҙам күрһәтә. Ошо программаға ярашлы, һуңғы ике йылда фәнгә булышлыҡ итеү өсөн федераль ҡаҙнанан 3,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән, республика ҡаҙнаһынан 465 миллион һум йүнәлтелгән. 2020 йылдың 3 декабрендә Рәсәй Хөкүмәтенең Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәген булдырыу тураһында бойороғона ҡул ҡуйылды