Ни өсөн республикаға төҙөк, ремонтланған юлдар кәрәк? Ни өсөн властар, йыл һайын бик күп аҡса һалып, кешеләргә ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар тыуҙырып булһа ла, яңы юлдар төҙөй, булғандарын бер нисә һыҙатҡа тиклем киңәйтә, иҫ китмәле ҙур һәм амбициялы яңы инфраструктура проекттарын башлай? Ғәмәлдә, төҙөк юлдар республиканың абруйын арттыра, уңайлыҡтар тыуҙыра, иҡтисади, мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтерә, инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Шулай ҙа иң мөһиме – хәүефһеҙлек! Кешеләрҙең һаҡланып ҡалған ғүмере. Берҙәм тырышлыҡ кәрәк Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары вазифала эшләй башлағас та ошо проблемаға ҙур иғтибар бүлде. Хөкүмәттең һәр аҙналыҡ кәңәшмәһендә юлда үлем осраҡтары буйынса статистика килтерелә, һандар “артып” китһә, яуаплы министрҙарға “эләгә”. Яңыраҡ ул ошо темаға фекерҙәре менән уртаҡлашҡайны. “2016–2018 йылдарҙа беҙ йыл һайын юлдарҙа 530 кешене юғалта инек. Былтыр 409 ҡорбан булды. Бында һөҙөмтә күренә – 120 самаһы кеше, ҡағиҙә булараҡ, хеҙмәт йәшендәге йәш кешеләр, өйөнә ҡайта алды. Быйыл да һандар түбәнерәк. Әле мин ҡуйған бурыс – йылына 400-ҙән кәмерәк булырға тейеш”, – тине ул. Радий Фәрит улы нимәләр иҫәбенә үлемесле авариялар һанын кәметеүгә өлгәшеү тураһында ла фекерен әйтте. Бында, юлдар торошонан тыш, водителлеккә уҡытыу ҙа, ЮХХДИ эшмәкәрлеге лә, фотовидеотеркәү камералары ла инә. Күренеп тора – эш бар яҡлап та бергә тырышыуҙы талап итә. Күп осраҡта был водителдең үҙенән дә тора – эсеп рулгә ултырған йәки күҙенә аҡ-ҡара күренмәй ҡыуған кешене өр-яңы юлдар ҙа авариянан ҡотҡара алмай. Һәр хәлдә, республика властары үҙ яғынан барыһын да эшләргә тырыша. Милли проект ярҙамға килә Башҡортостан юл төҙөлөшөнә федераль сығымдарҙы йәлеп итеү йәһәтенән ҙур көс һала. Был – тәү сиратта “Хәүефһеҙ сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты аҡсаһы. Быйыл ғына уның буйынса 149 километр оҙонлоғонда федераль юлдар төҙөләсәк һәм реконструкцияланасаҡ. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов һөйләүенсә, әлеге ваҡытта федераль трассаларҙың Башҡортостан аша үткән урындарында ҙур эштәр алып барыла. “Бөгөн М-5 “Урал” һәм М-7 “Волга” трассаларының ете участкаһында юл япмаһын икенән дүрт-алты һыҙатҡа тиклем киңәйтеү эштәре башҡарыла. Шулай уҡ транспорт сиселештәре, юл үткәргестәр, күперҙәр, күтәрмә механизмы булған ер өҫтөнән йәйәүлеләр үткәүеле, ял майҙансыҡтары төҙөү ҡаралған. Бөтә участкаларҙа ла яһалма электр яҡтыртҡыстары ҡуйыласаҡ”, – тине ул. Шулай уҡ быйыл М-5 “Урал” трассаһында Өфө һәм Иглин райондары биләмәһендә юл хәрәкәтенә идара итеүҙең автомат системаһын ҡуйыу күҙаллана. Айырым алғанда, ун мәғлүмәт таблоһы, ике метеостанция һәм 23 видеокүҙәтеү камераһы урынлаштырыласаҡ. “Бындай автоматлаштырылған система ҡуйыу М-5 “Урал” трассаһында хәүефһеҙлекте арттырыу мөмкинлеге бирә. Киләсәктә ошоноң кеүек мәғлүмәт таблолары һәм видеокамераларҙы М-7 трассаһының яңы участкаһында ла ҡуйыу күҙаллана”, – ти “Приуралье” юл идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Денис Абрамов. Быйыл шулай уҡ М-5 “Урал” трассаһының Туймазы районындағы һәм М-7 “Волга”ның Илеш районындағы биләмәһендә капиталь ремонт башҡарыу күҙаллана. Дөйөм оҙонлоҡ 26 километр тәшкил итәсәк. Юл төҙөүселәр тулыһынса юл япмаһы конструкцияһын алмаштыра, һыуҙы ситкә ағыҙыу торбаларын ремонтлай һәм алмаштыра, электр яҡтыртҡыстары, барьер сикләгестәре ҡуясаҡ, юл билдәләрен урынлаштырып, тамғалар һыҙасаҡ. Быларҙың барыһы ла хәүефһеҙлек өсөн башҡарылған эштәр. Әйткәндәй, “Хәүефһеҙ сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса республика кимәлендәге 74 километр юл да тулыһынса ремонтланасаҡ. Был юлдар республиканы үҙгәртәсәк Эйе, ағымдағы эштәр беҙҙә йыл һайын башҡарылып тора. Шул уҡ ваҡытта бөгөн бар республиканы үҙгәртәсәк ҙур юл төҙөлөштәре лә алып барыла. Улар тураһында саҡ ҡына ентекләберәк һөйләмәксебеҙ. Көнсығыш сығыу юлы Бына инде нисәнсе йыл был проект телдән төшмәй. Дөрөҫөн әйткәндә, уны тормошҡа ашырыу алыҫ 90-сы йылдарҙа уҡ башланған булған, әммә бик күп төрлө сәбәп буйынса кисектерелеп килгән. Ә һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, бар тырышлығын һалып, проектҡа яңынан “йән өрҙө” һәм эштәр дауам итте. Был юл Өфө ҡалаһында, Салауат Юлаев проспекты менән Галле урамы тирәһендәге автотоннелдән башлана. Артабан Ҡариҙел йылғаһындағы яңы күпер аша үтеп, М-5 трассаһына тиклем барып сыға. Проекттың хаҡы – 33,5 миллиард һум. Графикка ярашлы эштәрҙе 2024 йылда тамамларға тейеш булһалар ҙа, төҙөүселәр алдан бара һәм ошо йыл аҙағына тиклем тапшырып ҡуймаҡсылар. Көнсығыш сығыу юлы – илдең иң ҙур инфраструктура проекттарының береһе һәм Волга буйы федераль округында техник яҡтан иң ҡатмарлыһы. Әммә ул халыҡ өсөн бик кәрәк, сөнки баш ҡаланан сығыу өсөн өҫтәмә мөмкинлек барлыҡҡа киләсәк. Был юл ҡала тығындарын кәметергә, ҡала транспорт селтәренең проблемаларын хәл итергә һәм Өфө аръяғы биҫтәһен тиҙерәк үҙләштерергә мөмкинлек бирәсәк. Әлеге ваҡытта бында әүҙем рәүештә аҙ ҡатлы йорттар төҙөлә, тик йөрөүе ауыр, ни бары Шакша йәки Карпово аша ғына инеп була ине. Өфөнөң көньяҡ ҡапҡалары Был тағы бер мөһим проект баш ҡалала, Өфөгә Дуҫлыҡ монументы һәм Нуғай юлынан инеү ерендә урынлашҡан. Хаҡы 12 миллиард һумлыҡ проект буйынса әле әүҙем эш алып барыла. Уны киләһе йылда төҙөп бөтәсәктәр. “Көньяҡ ҡапҡалар” тип бер нисә объект комплексын атайҙар. Унда Пугачев урамын төҙөкләндереү, Генерал Рыленко урамын һәм уға транспорт сиселешен төҙөү, Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күперҙе капиталь ремонтлау, ә киләсәктә “Мега” янында Кузнецов затоны менән Ырымбур трассаһын тоташтырыусы яңыһын төҙөү кәрәк. Был эштәр башҡарылһа, беренсенән, юлдағы тығындар күпкә кәмейәсәк, икенсенән, көньяҡ өлөштәге шәхси секторҙа йәшәгәндәр өсөн уңайлы буласаҡ. Бөрө – Тастүбә – Һатҡы юлы Был объект Бөрөлә башланып, Ҡариҙел, Дыуан аша үтәсәк һәм Һатҡы яғына дауам итәсәк. Дүрт миллиард һумлыҡ объект төҙөлөп бөткән тиерлек, әле етешһеҙлектәрен бөтөрәләр һәм йыл аҙағына тиклем тапшырмаҡсылар. Юл республиканың төньяҡ-көнсығышында йәшәгәндәр өсөн ныҡ кәрәк. Быға тиклем ул райондарға Өфөгә барып етер өсөн М-5 “Урал” трассаһы аша үтергә кәрәк ине. Күп йөрөгән водителдәр белә – Силәбе өлкәһенең Аша, Эҫем ҡалалары аша үткән был таулы һәм боролмалы юл бик хәүефле һәм уңайһыҙ. Айырыуса ҡыш көнө. Ә төньяҡ-көнсығыштан, мәҫәлән, Яңауылға барыр өсөн тура юл бөтөнләй юҡ. Был ҡалаға эләгер өсөн уларға тәүҙә Өфөгә барырға кәрәк, шуға күрә әлеге күптән көткән 60 километрлыҡ юл республиканың төньяҡ-көнсығышын үҙәк менән, күрше төбәктәр, федераль трассалар, Силәбе һәм Свердловск өлкәләре менән бәйләйәсәк. Ул туризмды, бизнесты үҫтереү өсөн дә ҙур ярҙам, кешеләргә лә бик уңайлы буласаҡ. М-5 трассаһын төҙөкләндереү 14 километрлыҡ яңы участка М-5 трассаһы буйынса Шамониндан Балтикаға тиклем буласаҡ. Бында йәйәүлеләр өсөн өс ер өҫтө үткәүеле, Юрмаш йылғаһы аша күпер төҙөлә, ике транспорт сиселеше төҙөкләндерелә. 9,4 миллиард һумлыҡ проект быйыл тапшырыла. Объект шулай уҡ мөһим һәм кәрәкле, сөнки ул – былай ҙа тығын М-5 трассаһының иң интенсив участкаһы. Унан көн һайын тиҫтәләрсә мең транзит һәм урындағы машиналар үтә. Төҙөкләндереү тамамланғас, үткәреү һәләте ике тапҡырға тиерлек артасаҡ. М-7 трассаһының тиҙлекле участкаһы Дүртөйлөнән Татарстан сигенә тиклемге 65 километрлыҡ участка 2024 йылда тапшырылырға тейеш. Урындағы халыҡ та уны бик көтә, сөнки тиҙлекле дүрт һыҙатлы юл Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар, Әсән ауылдарын урап үтәсәк һәм икенсе ҙур инфраструктура проекты – Мәскәү – Ҡазан – Екатеринбург тиҙлекле магистраленең бер өлөшөнә әйләнәсәк. Был проект арҡаһында республика уңайлы һәм тиҙлекле юлға эйә буласаҡ, ул беҙҙе илдең ҙур ҡалалары менән бәйләйәсәк. * * * Һис шикһеҙ, ҡала инфраструктураһы даими үҫергә тейеш. Уйлап ҡарайыҡ әле, әгәр үҙ ваҡытында Салауат Юлаев проспекты, икенсе Затон күпере, Дим сиселеше төҙөлмәһә, Өфөлә ни булыр ине? Көн-төн тигәндәй тығында ултырыр инек, шуға күрә әлеге ҙур проекттар ҙа беҙгә бик кәрәк һәм, әҙер булғас, кешеләрҙең йәшәйешен тағы ла еңелләштерәсәк. Республика йылдам темпта ҙур инфраструктура проекттары төҙөй башланы һәм был эште уңышлы дауам итә. Саҡ ҡына сабыр итеп, уларҙың уңышлы тамамланыуын көтөргә генә ҡала. - Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА