Найти тему
Башҡортостан гәзите

Шәфҡәт туташы ла, уңған әсәй ҙә, спортсы ла

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Лилиә Ринат ҡыҙы Ғөбәйҙуллина – Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының травматология бүлексәһендә яра бәйләү бүлмәһе шәфҡәт туташы. Ул мәктәптең дә, дауахананың да ижтимағи тормошонда ҡайнап йәшәй. Өҫтәүенә, Лилиә Ринат ҡыҙы спортсы ла. Бигерәк тә волейболды үҙ итә. Бынан тыш, уңған шәфҡәт туташы - “Изгелек бүләк ит” ойошмаһы ирекмәне. Лилиә Ринат ҡыҙы Шамил һәм Эмил исемле улдар тәрбиәләй. Уға эшендә лә, беҙҙең төркөмдә барған конкурста ла уңыштар теләйек, тауыш бирәйек, лайктар ҡуяйыҡ һәм комментарийҙар яҙайыҡ. Фотолар: Лилиә Ғөбәйҙуллинаның шәхси архивынан.