Бала саҡта шағир Рәшит Ниғмәтиҙең “Ватан” шиғырын яттан белмәгән уҡыусыны иҫләмәйем. Һәр юлы йырлап торған, рифмалы шиғырҙы ятлауы ла ауыр булманы. Бала бәләкәйҙән ғорурлыҡ кисерһен Беҙҙең Ватан, ҡыҙым, матур, Ҡояштай балҡып тора; Тауҙары, зәңгәр болоттай, Күктәргә ҡалҡып тора… Ошо шиғри юлдарҙы ихласлыҡ менән яттан һөйләгән тиҫтерҙәремдең күҙҙәре янып, дәрттәре артып киткәндәй тойола ине. Әйтерһең дә, шиғырҙағы һәр һөйләм тыуған яғыңа төбәп яҙылған: “һыуҙары терегөмөштәй, йылтырап ағып тора”, “ал, ҡыҙыл, зәңгәр сәскәләр күҙҙәрҙе ялмап тора” һәм башҡа гүзәл тәбиғәт күренештәре күҙ уңынан уҙа. Ватанға һөйөү һинең ишек алдындағы йәшел сирәмдән, күрше-күләндән, йылға-күлдәреңдән, тыуып үҫкән ауыл урамдарынан башланыуын белеп тәрбиәләндек, шуға күрә әлеге осорҙа ла, алдынғы технологиялар үҫешкән, заман цивилизацияһы һәр йортҡа ҡыйыу ингән XXI быуатта ла, илһөйәрлек тәрбиәләүҙе мәктәпкәсә йәштән башлау мөһимлеге бәхәсһеҙ, тап ошо осорҙа шәхестең социаль үҫеше башлана, ҡиммәттәрҙе баһалау формалаша. Балтас районы үҙәгендәге “Романтик” үҫмерҙәр клубы тап ошо мөһим эште планлы һәм системалы алып барыу өсөн төрлө саралар ҡуллана. Ер-һыуы өсөн көрәшкән ихтилал етәкселәренең береһе Батырша (Ғабдулла Ғәлиев), Советтар Союзы Геройҙары Өлмәс Шакиров, Ғабделхәй Сәйетов, шулай уҡ башҡа һуғыш һәм хеҙмәт батырҙары төбәгендә өлгө булырлыҡ миҫалдарҙы табыуы ҡыйын түгел. Клуб эргәһендә эшләп килгән хәрби-илһөйәрлек түңәрәге был йәһәттән байтаҡ файҙалы ғәмәлдәр башҡара, атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәр хеҙмәте, аҡыл һәм ҡул көсө менән булдырылған донъяны һаҡлап ҡалыу кәрәклеген аңлау, ил байлыҡтарын тәләфләмәй тотона белеү, Ватандың үҙ-үҙенә ышанған патриоттарын тәрбиәләү кеүек оло бурыстарҙы иңенә алған. Бала бәләкәйҙән үк ниндәй илдә йәшәүен, башҡаларҙан нимә менән айырылыуын белеүҙән тыш, Ватаны менән сикһеҙ ғорурлыҡ кисерһен өсөн нимә эшләргә мөмкин? Балтанан “бутҡа” бешерә белеү ҡамасауламаҫ …Үҫмерҙәр клубының ихатаһына аяҡ баҫыу менән түңәрәк етәксеһе Әлтәф Фәүзи улы Ғәлиевте бер төркөм үҫмерҙең һырып алғанын күрҙек. Малайҙар ҡайҙа ла малайҙар инде, етәксенең ҡулында күнекмә автоматын күреү менән өҫтәлгә ябырыла һалғандар. “Беҙҙең спорт ҡорамалдары ла, махсус кейемдәребеҙ ҙә етерлек. Балалар түңәрәккә күпләп йөрөй, малайҙарҙы атыу ҡоралдарын ҡороу-һүтеү күнекмәләре ҡыҙыҡһындыра, спорт саралары мауыҡтыра. Ҡыҙҙар ҙа клубтан өҙөлмәй”, – ти запастағы полиция майоры Әлтәф Ғәлиев. – Хәрби-илһөйәрлек түңәрәге 2013 йылдан уңышлы эшләп килә. Райондағы бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Йәш быуын өсөн башланғыс хәрби әҙерлек бик мөһим. Интернет, гаджеттар менән артыҡ мауығыу, үкенескә ҡаршы, “быуындарҙы йомшарта”. Түңәрәккә йөрөгән үҫмерҙәр физик йәһәттән нығыраҡ үҫешә, спорт саралары, ирекмәнлек хәрәкәте яңы сифаттар үҙләштерергә ярҙам итә, – ти “Романтик” үҫмерҙәр клубы директоры Гөлсәсәк Сәфетдинова. Әлтәф Фәүзи улы үҙе 2022 йылдың сентябрендә контракт хеҙмәтенә алынған булған. Яңыраҡ тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан. Шәхси өлгөһө менән үҫмерҙәрҙә әхлаҡи-илһөйәрлек тойғоһон уятыу өсөн йышыраҡ аралашыуҙың, төбәктең иҫтәлекле урындары һәм лайыҡлы кешеләре менән танышыуҙың күңелдә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырыуын мөһим тип иҫәпләй. Әлтәф Фәүзи улына тиклем хәрби-илһөйәрлек түңәрәген алып барған етәксенең бөгөн алғы һыҙыҡта булыуы балаларҙа ғорурлыҡ, әйтелгән һәр һүҙгә һәм эшкә яуаплылыҡ тойғоһон уятмай ҡалмай, әлбиттә. Беҙ аралашҡан арала үҫмерҙәрҙең кинәт кенә күнекмәләрен ҡалдырып, клуб ихатаһына килеп ингән хәрби егеткә табан йүгереүен иғтибарға алдыҡ. “Беҙгә “Гиви” килгән” тип аңлата берәүһе. Баҡһаң, “Гиви” позывнойлы хәрби ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция зонаһына китергә йыйына. Клуб хеҙмәткәрҙәре, балалар менән тағы бер ҡат осрашырға килгән икән. Гөлсәсәк Рауил ҡыҙы әйтеүенсә, егет ошо уҡ “Романтик” клубының әүҙем ағзаһы булған, ирекмәнлек хәрәкәтендә ҡатнашҡан. Хәрби хеҙмәткә барырға ла өлгөргән. – Үҫмер саҡтан хәрби кеше булырға бик теләй инем. Колледжда уҡып, автомеханик һөнәрен алдым. Махсус хәрби операцияға үҙем теләп киттем. Бына һигеҙ айҙан һуң тыуған яғыма әйләнеп ҡайттым, Балтастың саф һауаһын һулап, рәхәтләнеп йөрөп ятам әле, – ти егет. – Ә һине көтөп торған, һәр һүҙеңде йотлоғоп тыңлаған малайҙарға ни әйтер инең? – Улар менән Ватанға тоғролоҡ, гражданлыҡ бурысы хаҡында әңгәмә ҡороу мөһим булһа ла, бөгөн мин ауыл малайҙары өсөн аңлайышлы, тормошсан мәсьәләләр хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡым, ябай ғына кәңәштәр менән уртаҡлашҡым килә. Һигеҙ ай алғы һыҙыҡта булыу рәхәт түгел, эш рәтен, балта-сүкеш тота, утын яра, усаҡ яға, хатта әкиәттәгесә “балтанан тәмле бутҡа” бешерә белеүҙе талап итә хәрби хеҙмәт. Ҡырыҫ шарттарға оҙаҡ яраҡлашҡан хәрбиҙәргә ауырға тура килә. Бынан тыш, сынығыу, дисциплина, физик һәм ихтыяр көсө лә кәрәк. Беҙҙең ауыл балаларын эшкә өйрәтәһе түгел, шулай ҙа ҡолаҡтарына элһендәр, спорт менән шөғөлләнһендәр, һөнәр алһындар өсөн әйтәм. Был көндәрҙә танышыбыҙ “Гиви” алғы һыҙыҡта инде. “Романтик”тар уның Еңеү яулап, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтә. - Динә АРЫҪЛАНОВА Балтас районы