Найти тему
Башҡортостан гәзите

Рөстәм Нәбиев хистәрен яңыртҡыһы килә

Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев ҡатыны Индира менән Мальдива утрауында ял итә. Ул үҙенең сәхифәһенә: "Хистәрҙе яңыртырға кәрәк. Был юлы үҙебеҙ генә кидек. Балалар һәм дуҫтарҙан башҡа. Ҡайһы саҡта икәү генә ҡалыу яйын табыу мөһим һәм кәрәк. Хистәрҙе яңыртыу, үҙ кешеңә башҡа күҙ менән ҡарау өсөн... Күп ғаиләләргә нәҡ шул етмәй. Мин хаҡлымы? Әллә һеҙ яҡындарығыҙҙан башҡа икәү генә ҡала алмай, улар алдында үҙегеҙҙе ғәйепле тоя торған категорияға инәһегеҙме? Элек беҙ икәү генә ҡайҙалыр барғанда, беҙгә "балаларығыҙҙы нисек шулай ҡалдырып китә алаһығыҙ” тип әйтәләр ине. Уларҙың да диңгеҙгә барғыһы килә бит һәм башҡалар.. Һеҙҙең фекерҙе ишетке килә", – тип яҙған блогер. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Ысынлап та, хистәрҙе яңыртып алырға кәрәкме? Фото: "Интертат"