Бөрө ҡалаһы Балалар ижады үҙәгенең спорт аэробикаһы бүлексәһе спортсылары "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проекты сиктәрендә ГТО нормативтарын тапшырҙы. Йәйге каникулдар алдынан спортсылар тренерҙар Наталья Фролкина һәм Елена Иванова етәкселегендә һығылмалылыҡҡа, сыҙамлыҡҡа, көскә һәм тиҙлеккә һынауҙарҙа үҙ мөмкинлектәрен тикшерҙе. "Спартак" спорт майҙансығында ҡыҙҙар һәм малайҙар түбәндәге спорт дисциплиналары буйынса нормативтар тапшырҙы: 30, 60, 1000 һәм 1500 метр арауыҡҡа йүгереү, ҡаршылыҡ менән йүгереү, маҡсатҡа туп ырғытыу һәм 150 грамм ауырлыҡтағы туп ырғытыу. Йәш спортсылар яҡшы физик әҙерлеге, уларға беренсе һәм икенсе йәш баҫҡыстары буйынса ГТО нормативтарын еңел генә үтәргә ярҙам итте. Былтыр балалар ГТО фестивалдәрендә ҡатнашҡайны инде. Кемдер хатта отличие билдәһенә эйә булһа ла, алтын маҡтау билдәһен алған үҙенең тренеры өлгөһөнә эйәреп һөҙөмтәһен яҡшыртырға ҡарар иткән. “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы –