Өфө ҡалаһының "Торатау" конгресс-холында Бөтә Рәсәй "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" Асыҡ академияһы сираттағы тапҡыр матур сара ойоштора. Белеүебеҙсә, Каринэ Владимировна Хәбированың башланғысы менән булдырылған был проект Башҡортостан Башлығы гранты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Бөгөнгө сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы уның мәртәбәһен арттырҙы. Әйткәндәй, "Геройҙар ваҡыты" тигән "түңәрәк өҫтәл" үҙенә бик күптәрҙе йыйыуы уның юғары кимәле тураһында һөйләй ине. "Түңәрәк өҫтәл" артында һөйләшеүҙе "Ватанды һаҡлаусылар" төбәк фонды етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина алып барҙы. Фойелағы хәрби кейемдәрҙән торған бай күргәҙмә менән танышырға мөмкин ине. Радий Хәбиров әйтеүенсә, беҙҙең республикабыҙҙан махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарҙың ҡайҙа булыуын улар белеп тора, даими рәүештә хәлдәрен белешә, ярҙамдан өҙмәй, һалдаттарҙың ғаиләләре лә иғтибар үҙәгендә. – Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға даими гуманитар ярҙам оҙатыла, – тине Радий Хәбиров. –