Ауыл хужалығы тармағында сәсеү тамамланып, һабантуйҙар миҙгеле бара. Хәҙер инде сәселгәнде юғалтыуһыҙ йыйып алыуға һәм ямғырҙарға өмөт итәбеҙ. Һуңғы осорҙа Рәсәй Хөкүмәтенең ауыл хужалығы тармағына иғтибарҙы арттырыуы юҡҡа түгел. Тәүге сиратта был санкцияларға бәйле. Ситтән индерелгән аҙыҡ-түлек урынына мөмкин тиклем үҙебеҙҙә күпләп етештереү маҡсаты ҡуйылғас, тармаҡ йәнләнде, сауҙа кәштәләрендә сит ил продукцияһын сифаты буйынса бер ҙә ҡайтыш булмаған үҙебеҙҙең тауарҙар алмаштырҙы. Тышҡы ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ауыл хужалығында ҙур эштәр башҡарылды. Беҙҙең етештереүселәр тәьмин итеү сылбырын көйләне. Быйыл дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға 7 миллиард 263 миллион һум аҡса һәм программанан тыш тағы ла ярҙам бүленә, шуның 3,6 миллиард һумы — федераль бюджеттан. Республиканың агросәнәғәт комплексы һуңғы 20 йылда иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Тауар секторының өлөшө 63,7 процентҡа етте, ә “Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү индексы” дәүләт программаһының төп күрһәткесе 128,1 процентҡа