Өфө моторҙар берекмәһендә хеҙмәт баҙары өсөн иң кәрәкле һөнәрҙәргә бушлай уҡытыу курстары асылған. Өйрәнеү осоро тамамланғас та, ошо программаларҙы үткән йәш белгестәргә эшкә урынлашырға ярҙам итәләр. Уҡытыу “Ростех” корпорацияһының “Берләшкән двигателдәр етештереү корпорацияһы – Өфө моторҙар берекмәһе (ОДК-УМПО)” базаһында ойошторолған. Тәүге көндән үк өйрәнсектәр предприятиела эшкә урынлаштырыла һәм ай һайын 36 мең һум стипендия ала. Улар махсус эш кейеме, йылы туҡланыу менән тәьмин ителә, бынан тыш, мотор эшләүселәр өсөн ҡаралған башҡа ташламаларҙан да файҙалана алалар. Мәҫәлән, ятаҡтан урын бирәләр, Өфө, Иглин һәм Благовещен буйлап вахта автобусында йөрөтәләр, Рәсәй Ҡораллы Көстәренән запасҡа сыҡҡандарға 45 мең һум күләмендә матди ярҙам күрһәтәләр, башҡа льготалар ҡаралған. Уҡытыу программалары бер нисә йүнәлештә ойошторолған. Мәҫәлән, 6–10 ай эсендә өйрәнсектәр бер һөнәрҙе үҙләштерә ала: токарь, фрезлаусы, шымартыусы, программа менән идара ителгән станоктар операторы, механик