Мәктәптә уҡыған йылдарҙа ялан яғынан төпкөлгә килен булып төшкән уҡытыусы апайҙың дәфтәре ҡулға килеп эләкте. Педагогтың дәрәжәһе ҙур ине, шуға ла дәфтәрҙәге яҙыуға ышандым. Унда һәр ай фазаһының төрлө сирегендә ҡабатланып килгән “шайтанлы” көндәр тураһында аңлатма яҙылған ине. (Әйткәндәй, шундай осорҙа күптәрҙең иҫерткес эсемлектәр эсеп тауышланғандарына үҙем күреп инандым). Хәҙер инде һәр кем диңгеҙҙәге һыуҙың күтәрелеүе, ярҙан ҡайтыуы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күрем осоро ай фазаһына бәйлелеген белә. Айҙың 9, 15, 23, 29 тәүлегендә кешенең энергетикаһы көсһөҙләнә, күңеле кителеп, рәнйеп барыусан, төшөнкөлөккә бирелеүсән була. Шайтанлы көндәрҙә юл-транспорт аварияһы йышая, хроник ауырыуҙар киҫкенләшә, кешенең нервы системаһы ҡуҙғый. Яңы әйбер һатып алырға, эш башларға, операция планлаштырырға, бурысҡа аҡса бирергә, үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡларға ла ярамай. Июндә насар көндәр: 15-се айлы көн – 2-се июндән 3-сө июнгә тиклем булды. 23-сө айлы көн – 11 июндә төнгө 2-се яртынан 12-се июндең 2-се яртыһы