Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы "Торатау" халыҡ бейеүҙәре өлгөлө балалар ансамбле үҙенең ун йыллыҡ юбилейын билдәләне. Юбилей концерты мәлендә ансамблдә шөғөлләнгән балаларҙың бер төркөм ата-әсәләре тамашасыларға һәм балаларына бик шәп бүләк эшләгән! Үҙҙәре лә "Колхоз йәштәре" бейеүен өйрәнеп, сәхнәгә сыҡҡан. Атаһынан күргән - уҡ юнған, әсәһенән күргән - тун бескән, тигәндәй балалар ата-әсәләренең ихлас, дәртле итеп сығыш яһауҙарын күреп, хайран ҡалған. Әйткәндәй, сәхнәлә гармун тартып, рәхәтләндереп бейеп тә ебәргән, бар тамашасыларҙы моңландырып, һағышландырып та алған гармунсы егет - "Башҡортостан" гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Рәмил Мансуров! Уның ҡыҙы һәм улы - "Торатау" ансамбленең алыштырғыһыҙ солистары.Бейеүҙең ҡуйыусылары - ансамблдең етәкселәре Башҡортостандың халыҡ артисы Рәил Лоҡманов һәм Лиана Лоҡманова. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәре дөрөҫтөр. Беҙҙең коллегабыҙ "Ашҡаҙар" гәзитен дә етәкләп өлгөрә, ҡала Советы депутаты ла, урындағы Ҡоролтай ағзаһы һәм бынамын тигән өлгөлө ғаилә башлығы ла! Әле килеп Рәмил Ғәбдрәшит улының оҫта бейеүсе һәм гармунсы икәнлегенә лә шаһит булдыҡ. Афарин! Фото һәм видеояҙма: Рәмил Мансуров.