Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Эсмәгеҙ "Мистер Сидр"ҙы!

Билдәле булыуынса, илдә "Мистер Сидр" продукцияһын ҡулланып, үлем осраҡтары күбәйгән. Ошо хәлдән һуң республикала ла был эсемлекте һатыу-һатмау тикшерелде. «КРОНШТАДТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Салауат ҡалаһындағы күмәртә келәтен тикшереү барышында Роспотребнадзор идаралығы хеҙмәткәрҙәре 30-ар литрлыҡ «Һыра продукцияһы - «Мистер Сидр» алкоголле продукцияһының 88 кегын тапҡан. Идаралыҡ 2640 литрлыҡ продукцияны һатыуҙы туҡтатҡан. Лаборатор һынауҙар үткәреү өсөн метил спирты һәм металл тоҙҙары булыу-булмауға эсемлек өлгөләре алынған. “Беҙ граждандарҙы алкоголле продукция һатып алғанда уяу булырға һәм тиҙ арала «Мистер сидр» һатыу осраҡтары тураһында хәбәр итергә саҡырабыҙ. Телефон: 8(347)229-90-76”. Фото: БР Роспотребнадзор идаралығы.