Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был хеҙмәткә ихтыяж һәр саҡ бар

Бөгөн – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө. Ошо уңайҙан баш ҡаланың дәүләт концерт залында тантаналы сара үтте. 11 343 хеҙмәткәрҙе үҙ эсенә алған тармаҡ социаль ярҙам һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәләренән тыш, хеҙмәт, мәшғүллек, ғаилә сәйәсәтен дә ала. Хеҙмәт бурысы һәм йөрәк ҡушыуы буйынса үҙҙәрен был профессияға арнаған, хәстәрлектәре һәм күңел йылыһы менән ярҙамға мохтаждарҙы сорнаған кешеләр бер нимәгә лә битараф була алмай. Ауыр тормош шарттарына юлыҡҡан аҙ килемле ғаиләләр, ветерандар, инвалидтар, эшһеҙҙәр, ҡарауһыҙ ҡалған балалар уларҙың хәстәрлеген тойоп йәшәй. Байрам тантанаһына килгән хеҙмәткәрҙәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләп, ошо ҡатмарлы осорҙа тынғыһыҙ һөнәрҙе үҙ иткән хеҙмәткәрҙәргә һоҡланыуын белдерҙе. Бөгөн етәксе ҡулынан баһалы наградалар, Почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр алғандар ҙа булды. Йылдан-йыл республика халҡына күрһәтелгән хеҙмәттәр төрө арта бара. Үткән йылдан алып тағы мөһим бурыс өҫтәлде: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡотлау һүҙендә был ҡатмарлы осраҡта ла хеҙмәткәрҙәренең көсөргәнешле мәлде аңлап ҡабул итеүҙәре һәм бурыстарын тейешенсә атҡарыуҙарын билдәләне. Уның әйтеүенсә, үҙенсәлекле тармаҡта бары һиҙгер күңелле, ҙур йөрәкле кешеләр генә эшләй ала. Донъя яҡтырып китһен, йомартыраҡ һәм бәхетлерәк була барһын өсөн мөһим эшкә өлөштәрен индергән һәр кемгә рәхмәтен белдерҙе министр. Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков видеобәйләнеш рәүешендәге ҡотлау һүҙендә был ауыр, әммә әһәмиәтле хеҙмәткә һәр саҡ ихтыяж булыуын билдәләне. Айырыуса хәрбиҙәрҙең һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам мәсьәләһенең көнүҙәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Беҙҙә “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре“ һәм “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре” исемдәре булдырылған. Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө – ул кеше проблемаларын тәүгеләрҙән булып үҙ өҫтөнә алған һәм, мөмкинлектәренә ҡарап, уларҙы хәл итергә тырышҡандарҙың ҙур байрамы. Шуларҙың береһе – Рәйеф Кәбиров халыҡты социаль яҡлау өлкәһенә 15 йылдан ашыу ғүмерен арнаған кеше. Ун йыл буйы Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Бөрө ҡалаһы һәм районы буйынса филиалына етәкселек итә. Республиканың төньяҡ зонаһында – Бөрө, Асҡын, Балтас, Борай, Ҡариҙел һәм Мишкә райондары биләмәһендә халыҡҡа социаль ярҙам оҙаҡ йылдар буйы уның исеме менән бәйле булды. Оҫта ойоштороусы етәкселегендә филиал яңы алдынғы технологияларҙы индерҙе, электрон эштәр һәм архив булдырылды. Ҡатмарлы ковид осоронда алты меңдән ашыу кеше, өҫтәп документтар йыйып тормайынса, түләүҙәр алыу срогын оҙайта алды. Рәйеф Нәзип улының күп йыллыҡ хеҙмәте дәүләт наградалары менән билдәләнгән. Дилә Шәфҡәт ҡыҙы Ишбулатова Өфөләге сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәр өсөн 1-се балалар реабилитация үҙәгендә методист булып эшләй. Юғары квалификациялы педагог-психолог, кәңәшсе-остаз балаларҙа үҙ көстәренә ышаныс тыуҙырырға ярҙам итә, бөтә күңел йылыһын һалып эшләй. Кәңәшсе-тәрбиәселәр традицияларын дауам итеүсе шәфҡәт туташы Рәмзиә Өлфәт ҡыҙы Йосопова Нефтекама психоневрология интернатында 28 йыл буйы хеҙмәт итә. Ошо ваҡыт эсендә ике тиҫтәгә яҡын йәш белгес әҙерләгән, юғары уҡыу йортонда йәки колледжда алыу мөмкин булмаған тәүге эш күнекмәләрен алырға ярҙам иткән. Үҙ эшенә тоғро хеҙмәт эйәләрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, уларға һаулыҡ, сабырлыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ! Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.