Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө быйыл 18 июндә билдәләнә. Ошо көн айҡанлы “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә үткәрелгән конкурста ҡатнашҡан Вәсилә Мөхәммәт ҡыҙы Батталова – Сибайҙағы үҙәк ҡала дауаханаһы поликлиникаһының онкология кабинетында шәфҡәт туташы. Улы Нур А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театрында тәьмин итеүсе булып эшләй. Ҡыҙы Миләүшә әсәһенең данлы хеҙмәт юлын дауам итмәксе. Ул – Башҡорт дәүләт медицина университеты студенткаһы. Вәсилә Мөхәммәт ҡыҙы үҙенең эшен яратып башҡарған шәфҡәт туташы. Ул тағы йәмәғәт эштәрендә лә бик әүҙем ҡатнаша. Ул – урындағы һайлау участкаһы ағзаһы ла. Вәсилә Мөхәммәт ҡыҙы өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар, лайктар ҡуяйыҡ, комментарийҙар яҙайыҡ. Фотолар: Вәсилә Батталованың шәхси архивынан.