Стәрлетамаҡ районында һуңғы "һаҡаллы" төҙөлөш файҙаланыуға тапшырылды: быға тиклем төҙөлөп бөтмәгән тағы ла бер объект берҙәм проблемалы объекттар реестрынан төшөрөлдө. Байраҡ ауылында “Кедровый” торлаҡ комплексы йорто 19 майҙа файҙаланыуға тапшырылды. Дөйөм алғанда, был торлаҡ комплексында 4,5 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Шулай итеп, был районда проблемалы объекттар ҡалмаған. Башҡортостанда проблемалы өлөшләтә төҙөлөш объекттарын төҙөп бөтөү төбәктә торлаҡты сафҡа индереү күләменең артыуына килтерә, был, үҙ сиратында, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Торлаҡ” федераль программаһын тормошҡа ашырыуҙың сифат күрһәткесе булып тора. – Һөҙөмтәлә “Кедр” махсуслаштырылған төҙөүсеһе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең элекке төҙөүсеһенән фатир һатып алған 49 өлөшсө үҙ хоҡуҡтарын тергеҙҙе, – тине төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Кедр” торлаҡ комплексының бер йорто субъект көсө менән төҙөлөп бөттө. “Кедровый” т