Найти тему
Башҡортостан гәзите

Гран - при - Сибай институтында!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына үткән "Шаян лига - 2023" суперфиналы юары кимәлдә үтеп тә китте. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл командалар бик көслө һәм юғары кимәлдә сығыш яһаған. Гран-прины Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетының Сибай институты студенттарының "Уфтанма" командаһы яулаған! Беренсе урында - Әбйәлил районының Тупаҡ ауылынан "Әбйәлил" командаһы. Икенсе урында - "Балаяндар" (Нефтекама башҡорт гимназияһы), "Барыбер" (Өфө), "Төньяҡ амурҙары" (РЛИ, Дыуан районының Мәсәғүт ауылы). Өсөнсө урында - "Йыуаса" (Сибай, сәнғәт колледжы), "Атаҡ-атаҡ" (Стәрлетамаҡ, Ленин исемендәге лицей), "Йор үҙән" (Салауат районы, Арҡауыл ауылы), "Шәп компания" (Нефтекама нефть колледжы), "Тәтешле борсаҡтары" (Тәтешле балалар ижады һарайы). Шулай уҡ Нефтекаманан "Тукмач ашы" командаһы ҡунаҡ булараҡ сығыш яһаған. Гран -при яулаған ҡыҙҙарҙы Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов ҡабул иткән һәм уларҙы оло еңеүҙәре менән ҡотлаған. Афарин, Сибай ҡыҙҙары! Фото: Сибай институты сайтынан.