Рәсәйҙә һәм унан ситтә дүртенсе миҙгел “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы старт ала. Уның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәр кем иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртыу. Урмандарҙы тергеҙеү майҙанын арттырыу "Экология" милли проектының "Урмадарҙы тергеҙеү” федераль проекты маҡсаттаның береһе булып тора. “Хәтер баҡсаһы” проекты кеүек башланғыстар арҡаһында бөгөн республикала урманды тергеҙеү яңы кимәлгә сыға. “Хәтер баҡсаһы” акцияһы республика халҡы өсөн дә изге йолаға әүерелде. Йыл һайын проектта меңәрләгән кеше: мәктәп уҡыусылары, кадеттар, ирекмәндәр, урман тармағы хеҙмәткәрҙәре, студенттар ҡатнаша. Саралар үткәреү ваҡытында республикала ярты миллиондан ашыу кеше 3,3 миллиондан ашыу ағас ултыртылған. Ағымдағы йылда 22 апрелдән 22 майға тиклем “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә республиканың Урман хужалығы министрлығы менән яҙғы урмандарҙы тергеҙеү эштәре лә үткәрелде. Ағас ултыртыу буйынса үҙәк саралар 29 апрелдә һәм 13 майҙа үтте. Проект сиктәрендә республиканың м