Бөгөн Өфөлә яңғырауыҡлы енәйәт эшенә нөктә ҡуйылды. Республиканың элекке ике министрына ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Ленин районы суды элекке торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев менән төҙөлөш һәм архитектура министры Рәмзил Күсәрбаевҡа ҡарата суд ҡарарын иғлан итте. Уларҙың икеһе лә алтышар йыл дөйөм режимлы колонияға ултырасаҡ. Шулай уҡ, республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, енәйәт эше фигуранттары: Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы урынбаҫары Рәмил Сафин, республика 2-се капиталь төҙөлөш бүлеге башлығы Шадморат Бикембәтов, Күмертау ҡалаһы мэры урынбаҫары Юрий Куровҡа хөкөм ҡарары сығарылды. Барыһы ла “Ауыр эҙемтәләргә килтергән вазифа вәкәләттәрен саманан тыш файҙаланыу” һәм “Хеҙмәт ялғаны” статьялары буйынса ғәйепле тип танылды. Судта билдәләүҙәренсә, 2017 йылдың июненән сентябренә тиклем Күсәрбаев, республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы башлығы булған саҡта, уның урынбаҫары Сафин, Бикембәтов һәм Күмертау мэры урынбаҫары Юрий