Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эшҡыуарҙар яңы бейеклек яулай

Башҡортостандың экспортҡа ярҙам үҙәгенә булышлыҡ итеү һөҙөмтәһендә «БашЭко» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте экспортҡа сыҡты. - Эшҡыуарҙарыбыҙҙың уңыштары менән уртаҡлашыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Компания өсөн был тәүге экспорт контракты. Әлеге килешеү уларға эшләп табылған аҡсаны артабанғы үҫеш өсөн йүнәлтергә ярҙам итәсәк. Был ыңғай миҫал башҡа эшҡыуарҙарға ла дәрт бирер, сит ил баҙарына сығыуға этәрер, - тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисад бәйләнеше һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. «БашЭко» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ағас ҡалдыҡтарын эшкәртеү менән шөғөлләнә, көндәлек тормошта ҡулланылған продукттар етештерә. Үҙенең эшмәкәрлеген улар 2021 йылдан алып бара. Предприятие командаһының төп маҡсаты - ағастан экологик яҡтан таҙа продукттарҙы танытыу, ҡулланыу баҙарына сығарыу. Компания әүҙем үҫешә һәм ҡулланыу баҙарына яңынан-яңы тауарҙарын сығара. Күптән түгел витаминлы он етештереп ҡарағандар. Ул СССР-ҙа эшләнгән ГОСТ-ҡа ярашлы эшләнә. Ул осорҙоң тәжрибәһен ҡулланыу химик элементтарҙан баш тартырға, уларҙы натураль продукттарға алмаштырырға мөмкинлек бирә, күптән онотолған, ләкин һорау менән ҡулланылған тауарҙарҙы тәҡдим итергә юл аса. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц