Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бейеү флешмобында ҡатнашығыҙ!

8 июндән 12-һенә тиклем ведомство-ара “Уҡыусылар өсөн мәҙәниәт” мәҙәни-белем биреү проекты сиктәрендә “Рәсәй көнөнә бейеү флешмобы” Бөтә Рәсәй акцияһы үтә. Илдең бөтә төбәгенән мәктәп уҡыусылары иң мөһим дәүләт байрамдарының береһенә – милләттәр берҙәмлеге символына арналған флешмобта ҡатнаша ала. Бының өсөн Сергей Парадиның “Минең Рәсәй, минең илем” йырына башҡарылған бейеүҙе видеоға яҙҙырырға, үҙегеҙҙең, йә булмаһа, ата-әсәйегеҙҙең, педагогыҙҙың “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә #Россиякдш хештегын, төбәкте, исем-шәрифте, бейеү коллективының атамаһын күрһәтеп, пост яҙырға. Бигерәк тә күп ҡатнашыусы булған эшкә иғтибар көслө буласаҡ. Эксперт комиссияһы иң яҡшы 20 эште һайлап аласаҡ, улар «Культурадляшкольников.РФ» порталында баҫылып сығасаҡ. Был флешмобтың маҡсаты – ил йәштәрен берләштереү, үҙҙәрен күрһәтергә һәм Рәсәйгә мөнәсәбәтен белдеререгә мөмкинлек биреү. Фото: govoritsatka.ru