Инде икенсе аҙна Башҡортостанда юғалған үҫмерҙе эҙләйҙәр. Тимур Сөләймәнов Балаҡатай районынан, уға 17 йәш. 28 майҙа ул тыуған көнөн билдәләгән, ә иртәгәһенә имтихан тапшырырға тип киткән. Әммә шул көндән алып уны күргән кеше юҡ. Тимур Яңы Балаҡатай ауылындағы СПТУ-ла иретеп йәбештереүсегә уҡып йөрөгән. Үҙе шул уҡ ауылда ағаһы менән йәшәгән. Юғалған көндө ул күрше ауылда йәшәгән өләсәһендә булған. Юлға сығыр алдынан өләсәһе уға 500 һум аҡса биргән һәм математиканан имтиханға оҙатҡан. Тик уҡыу йортона тиклем ул барып етмәгән. Егет һәйбәт уҡыған, иптәштәре менән һәр саҡ уртаҡ тел тапҡан, низағтарҙа ҡатнашмаған. Уның бер ҡасан да өйөнән ҡасҡаны булмаған. Егетте ирекмәндәр һәм полиция эҙләй. Уның буйы 150-155 см, ҡаҡса кәүҙәле, ҡыҫҡа ҡара сәсле. Юғалған көндө һоро шорты һәм асыҡ төҫтә футболка кейгән. Үҙе менән ҡара рюкзак һәм бәйләнгән ҡара шапкаһы булған. Уның ҡайҙалығын белһәгеҙ, 8(347) 270-39-02, 8(347) 502-10-02 йәки 8(347) 502-15-12 телефондары буйынса мөрәжәғәт итеүҙе һорайҙар. Фото: Телеграм.