Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһына ярашлы 1 миллион һум күләмендә түләүҙәр бирелә

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы сиктәрендә республика райондары һәм ҡалалары бюджеттарына республика бюджетынан башҡа бюджет-ара трансферттар биреү тәртибен раҫланы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. 2023 йылда бер тапҡыр бирелә торған компенсация 2021 йылдан Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауыл йәки ҡала тораҡ пункттарына эшкә килгән һөнәри белемле мәҙәниәт учреждениелары белгестәренә һәм мәҙәниәт өлкәһе өҫтәмә белем биреү учреждениеларының педагогик хеҙмәткәрҙәренә (балалар сәнғәт мәктәптәре, балалар музыка мәктәптәре, балалар хореография мәктәптәре) түләү ҡаралған. Башҡа бюджет-ара трансферттар биреүҙең маҡсаты – муниципаль берәмектәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм шәхси автотранспорт һатып алыу өсөн белгестәргә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүен биреү. Белгестәргә 1 миллион һум күләмендә түләүҙәр бирелә. Бюджет сараларын Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ала, ведомство шулай уҡ башҡа бюджет-ара трансферттарҙы файҙаланыуҙы контролдә тотасаҡ. Документта һайлап алыуҙы үткәреү тәртибе һәм критерийҙары, кәрәкле документтар исемлеге, башҡа бюджет-ара трансферттарҙы файҙаланыу тураһында отчет биреү тәртибе һәм ғариза формаһы яҙылған. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/minkultury_rb